Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 21:50

"Башҡортостан рустары соборы"на - 25 йыл

Соборҙың иң мөһим эш йүнәлештәренең береһе - рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм таратыу. Республика буйлап ошоға бәйле күп төрлө саралар үткәрелә.

"Башҡортостан рустары соборы"на - 25 йыл
"Башҡортостан рустары соборы"на - 25 йыл

Быйыл "Башҡортостан рустары соборы" йәмәғәт ойошмаһы 25 йыллығын билдәләй.

Ойошма 1998 йылдың 30 мартында төҙөлгән - тап шул саҡта Башҡортостан рустарының беренсе конгресы үткәрелә. Соборҙың район-ҡалаларҙа асылған бүлектәре республикала йәшәгән рус халҡының мәнфәғәттәрен сағылдырған үҙәктәргә әйләнә.

2011 йылға республикала ойошманың 69 бүлексәһе асыла. Соборҙың иң мөһим эш йүнәлештәренең береһе - рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм таратыу. Республика буйлап ошоға бәйле күп төрлө саралар үткәрелә.

Мәҫәлән, 2014 йылдан алып 2019 йылға ҡәҙәр ойошма педагогия хеҙмәткәрҙәре араһында "Тере классика" республика конкурсын үткәреп тора, ул нәфис һүҙҙе, китапты ысын күңелдән яратҡан кешеләрҙе берләштерә.

Собор әле илебеҙҙең көньяҡ сиктәрендә барған ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмай. Ойошманың бер бинаһы һалдаттарға ярҙам ойошторған төркөмгә бирелгән. Бында маскировка селтәрҙәре әҙерләйҙәр, яҡташ һалдаттарға гуманитар ярҙам йыялар. Әлеге көнгә ҡәҙәр Башҡортостан рустары соборы бер нисә гуманитар акция үткәргән, Донбассҡа өс гуманитар конвой ебәреүҙә ҡатнашҡан.

Фотола: Соборҙың башҡарыу директоры Павел Васильев (һулда) фекерҙәштәре менән. 

(Мәғлүмәт, фото "Молодёжная газета" - mgazeta.com сайтынан алынды).

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: