Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 21:00

"Ҡыҙ һәм малай булыр тип көткәйнек..."

Изге Рамаҙан айы алдынан тыуҙы улар.

"Ҡыҙ һәм малай булыр тип көткәйнек..."
"Ҡыҙ һәм малай булыр тип көткәйнек..."

Сибай ҡалаһында - ҡыуаныслы ваҡиға: ҡаланың ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың өсөнсө игеҙәктәре тыуыуы тураһында акт теркәлде. 

Күп балалы Юлиә һәм Юнир Ишемғоловтар ғаиләһендә игеҙәк улдар - Рушан һәм Рамазан донъяға килгән. Игеҙәктәрҙе өйҙә туғыҙ йәшлек Камилла апайҙары һәм дүрт йәшлек Надир ағалары көтә. Игеҙәктәр изге рамаҙан айы башланыр алдынан, 22 мартта, ауырлыҡтары 3500 грамм, буйы 52 см булып тыуған.

- Тәүге УЗИ тикшерелеүе үткәндә сабыйҙарҙың игеҙ буласағын белдек һәм һуңғы көнгә тиклем малай һәм ҡыҙ булыр тип көттөк, - ти Юнир Кәрим улы. - Бәпестәребеҙҙең фотоларын ҡуйып барырға альбом бүләк иттеләр! Махсус бүләк өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәт! 

Сабыйҙар имен-һау үҫһен, бәхетле булһындар!

Фото: "Сибай ЗАГС"ы төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: