Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2023, 12:50

Фидан Ғафаровтың автомобилен тартып алғандар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның...

Фидан Ғафаровтың автомобилен тартып алғандар
Фидан Ғафаровтың автомобилен тартып алғандар

Суд приставтары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, 75 йәшлек Фидан Ғафаровтың автомобилен ярты миллион һумлыҡ бурысы һәм штрафтары булыу сәбәпле тартып алған, тип хәбәр итә Mash Batash  telegram-каналы.

Канал мәғлүмәте буйынса, халыҡ артисы айына 50 мең һум эш хаҡы ала, шуның яртыһын суд ҡарары буйынса иҫәптән тота баралар. Асыҡланыуынса, биш йыл элек Фидан Ғафаров "Роскомснаббанк"тан 600 мең һумлыҡ кредит алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурысын түләй алмаған, улар йыйыла килгән. Бурыстары иҫәбенә суд приставтары уның Trailblazer маркалы автомобилен дә тартып алған.

Беҙ иһә билдәле сәнғәт әһеленә һаулыҡ һәм именлек, проблемалары тиҙерәк хәл ителеүен теләйбеҙ.

Фото: s13.stc.yc.kpcdn.net

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: