31 мартта Өфөлә быйыл беренсегә дөйөм яҙғы өмә үткәрелә. Күптәр үткән аҙнанан уҡ эшләгән һәм йәшәгән урындарындағы биләмәләрҙе тәртипкә килтерә башлаһа ла, был “санитар йома” киң ҡоласлы сара буласаҡ. Унда сүп-сарҙы йыйыуға һәм ҡарҙы әйләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр көн һайын Өфө урамдарын һәм ихаталарын таҙарта. Әммә дөйөм тырышлыҡ менән генә ҡаланы тәртиптә тотоу һәм йәшәү өсөн уңайлы итеү мөмкин.
“Санитар йома”ла ҡатнашыу һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙе таҙартыуға сығыу бөтә предприятиеларға, ойошмаларға һәм учреждениеларға тәҡдим ителә. Ҡала халҡы ла үҙ ихаталарында һәм йорт яны майҙансыҡтарында тәртип урынлаштырыу өсөн ярҙамға саҡырыла.
Фото: ufacity.info/press/news/481506.html