Республика клиник психотерапевтика үҙәгенең табип-психотерапевы Гүзәл Роберт ҡыҙы Йосопова - юғары категориялы белгес, рефлексотерапевт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Ул шулай уҡ Һөнәри психотерапевтика лигаһының ғәмәли ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙҙа “Йылдың иң яҡшы табибы” булып танылған.
“Кеше психотерапевҡа ике тойғо менән килә: өмөт һәм төшөнкөлөк. Минең, психотерапевт булараҡ, бурысым – яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр буласағына өмөттө көсәйтеү һәм төшөнкөлөктө урап үтергә ярҙам итеү”, – ти Гүзәл Роберт ҡыҙы.
Фото Г. Йосопованың шәхси архивынан.