Йәмғиәт
29 Март 2023, 23:00

Май байрамдарында оҙайлы ял көтә

Ул нисә көн буласаҡ?

Май байрамдарында оҙайлы ял көтәМай байрамдарында оҙайлы ял көтә
Май байрамдарында оҙайлы ял көтә

Май байрамдары аҙна башына тура килеү сәбәпле, 2023 йылда апрель-май айҙарында ете көн рәттән: 29, 30 апрелдә, 1 майҙа һәм 6, 7, 8, 9 майҙа ял итәбеҙ.

Дүшәмбе, 8 май, — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбенән) күсерелгән ял көнө.

Май айында бына нисек эшләйбеҙ: тәүге аҙнаһында - 2 - 5 майҙа дүрт эш көнө; икенсе аҙнаһында - 10-12 майҙа өс эш көнө. Өсөнсө аҙнаһынан (2023 йылдың 15 майынан) Рәсәй халҡы 5/2 графигы менән ғәҙәттәгесә аҙнаһына биш көн эшләй.

Көтөп алған байрамдарҙы файҙалы, матур итеп үткәрергә яҙһын! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас