“Иң яҡшы табип” конкурсына сираттағы кандидатыбыҙ – Салауат ҡала дауаханаһының балалар табибы-кардиологы Зарема Мәхмүт ҡыҙы ИШМОРАТОВА.
1992 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөгөнгә 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Зарема Мәхмүт ҡыҙы юғары категориялы белгес тип танылған. Ул – Рәсәй педиатрҙары союзы һәм Балалар кардиологтары ассоциацияһы ағзаһы.
Ҡаланың балалары һаулығын һаҡлауҙағы уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тамғаһына эйә.