Ҡар ерҙән әрселгәс, бар урындарҙа ла юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре башлана. Дөйөм ҡулланылыштағы асфальт юлдарҙы махсус ойошмалар хеҙмәтләндерһә, ә бына муниципалитеттарға ҡараған ауыл эсендәге юлдарҙы урындағы көс менән хәл итергә тура килә.
Белорет районының Йөйәк ауылында командировкала саҡта беҙ ауылда был мәсьәләнең нисек хәл ителеүенә шаһит булдыҡ. Унда яугир-интернационалист, шәхси эшҡыуар Әсҡәт Тимерйән улы Ғәләүетдинов, егеттәрҙе йыйып, ауылдың Туғанаш урамындағы соҡорҙарҙы ямарға сыҡҡан. Ул үҙенең тракторында ҡырсынташ алып килә, ә егеттәр – Ринат Һиҙиәтов, Юныс Рәхмәтуллин, Камил Мырҙағәлин, Сәлимйән Абдрахимов, Зөфәр Усманов, Мостафа Ғәббәсов ҡырсынташты көрәк менән таратып, тигеҙләп йөрөй.
Бына шулай, был яҡтарҙағы ауыл халҡы кемдер килер һәм эшләр тип һауанан көтөп ултырмай шул, хәленән килгәнен үҙҙәре эшләй. Афарин!
Рәмилә Мусина яҙмаһы һәм фотоһы.