Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 20:45

Ҡапҡаһы ла, күңеле лә һәр саҡ асыҡ

Иңдәрендә – яуаплылыҡ.

Ауыл фельдшеры иңендәге яуаплылыҡтың ниндәй ҙур булыуын һәр кем белә. Бер үк ваҡытта уға терапевт та, хирург та, акушер ҙа, хатта психолог та булырға тура килә. Ғаиләлә берәйһе ауырыһа, иң тәүҙә ярҙамға фельдшер ашыға. Уның эш сәғәте – тәүлек әйләнәһенә. Шундай уңған медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе Әнифә Хәйҙәршина ҡырҡ йылға яҡын Тәтешле районының Кәлтәү һәм Шәрҙәк ауылдарында йәшәгән 520 кешене хеҙмәтләндерә.

Әнифә Рәфҡәт ҡыҙы Аҡсәйет ауылында тыуып үҫкән. Кәлтәү урта мәктәбен тамамлағас, Чайковск медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Шәрҙәк ауылында фельдшер булып башлай, аҙаҡ район дауаха­наһының балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әнифә апай буласаҡ тормош иптәше Радик ағайҙы армия хеҙмәтенән көтөп ала, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡоралар. Район үҙәгенә йөрөп эшләүе ауыр булыр тип, уны Кәлтәү ауылы медицина пунктына фельдшер итеп тәғәйен­ләйҙәр.

– Үҙ эшемде бик яратам, бар күңелемде һалып эшләйем. Тәү сиратта кешенең хәлен аңларға, психологик ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы саҡта йылы ҡара­шың һәм урынлы әйтелгән һүҙең менән дә кешене аяҡҡа баҫты­рырға мөмкин. Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт осоронда миңә кендек әбейе булырға ла насип итте. Эшкә яңы ғына тотонған сағымда Шәрҙәктә бер сабыйға яҡты донъяға килергә ярҙам итеүем һис хәтерҙән сыҡмай. Ауыр сир менән көрәшеп иҫән ҡалған баланың мәктәп байрамында тасуири шиғыр уҡыуын ишетеп, күҙемдән шатлыҡ йәштәре аҡты. Тырышлығымдың бушҡа кит­мәүен, баланың һау-сәләмәт йәшәүен күреп, шул тиклем һөйөндөм. Ауылдаштарыма ла рәхмәтлемен, хеҙмәтемдең ябай булмауын аңлайҙар, кәңәш­тәремә ҡолаҡ һалалар, – ти Әнифә Хәйҙәршина. – Иптәшем дә, балаларым да һәр саҡ таяныс була белде, эштә оҙаҡ юғалып тороуыма зарланманылар.

Радик Әлфис улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙары Әлиә лә медицина юлын һайлаған, Ҡазанда педиатр булып эшләй. Улдары Артур Төмән өлкәһендә нефть сығарыу сәнәғәтендә – өлкән инженер. Ҡырҡ йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәт юлында нимә генә кисерергә тура килмәгәндер ауыл фельдшерына – йоҡоһоҙ төндәре лә, ауырыуҙар өсөн борсолоуҙар ҙа, һөйөнөстәр ҙә етерлек булған­дыр. Быныһын Әнифә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе генә белә. Төнөн ишек шаҡып уятыуҙар ҙа, селлә һы­уыҡҡа йәки ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай, бешкән ашын ашамай ауырыуҙар эргәһенә сығып йү­гереүҙәр ҙә, үҙе ауырып киткәндә хәлен һиҙҙермәй генә ярҙамға ашығыуҙар ҙа ауыл фельдшеры тормошона хас күренеш. Ярҙамға мохтаж ауырыуҙың бөгөн бар өмөтө фельдшер яуаплылығында икәнен Әнифә ханым яҡшы аңлай, шуға күрә уның йорт ҡапҡаһы ғына түгел, күңеле лә һәр кемгә асыҡ.

- Сирена Рәхимйәнова

Тәтешле районы

Читайте нас: