Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 20:58

Айыҡлыҡты юлдаш иткән ауыл

Юлдаштар киләсәген сәләмәт һәм айыҡ тормошта күрә.

Федоровка районында урынлашҡан был ауылдың 200 йыллыҡ тарихы бар. Ике быуат элек ялан бөрйәне ырыуы башҡорттары ошо төбәккә күсеп килә һәм юрматы ерҙәрен үҙ итеп йәшәп алып китә. Байтаҡ һыуҙар аҡһа ла, улар үҙҙәренең тарихын да, шәжәрәһен дә онотмай.

 

Иң ҙур байлығы – тырыш халҡы

 

Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Аҡсурин әйтеүенсә, Юлдаш ауылы икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша.

– Ауылдағы 93 йортта 319 кеше йәшәй. Бәләкәй генә булһа ла, халҡының берҙәмлеге менән айырылып торалар. Улар ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа һәр ваҡыт аҙағынаса башҡарып сығалар. Экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар, тирә-яҡтарын тәртипкә килтереүҙә лә ҡушҡанды көтөп тормай, үҙҙәре башҡарып ҡуя. Эскелек менән мауығыусылар булмауы йәһәтенән дә улар өлгө күрһәтә. Эшһеҙҙәрҙе ауылда күрмәҫһең. Һәр береһе мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, тырышып донъя көтә, балалар уҡыта. Ауылдың йөҙө лә күҙгә күренеп үҙгәрә. Һуңғы йылдарҙа башҡа­рылған эштәргә күҙ һалғанда, клуб ремонтланды, юлдарға ҡырсынташ түшәлде, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, мәктәп ихатаһы төҙөкләндерелде, шишмәләр таҙартылды. Яңы төҙөл­гән мәсет тә – ауылыбыҙ йәме. Былтыр ауылдың 200 йыллығын дәррәү уҙғарып ебәрҙек. Ошо эштәрҙе башҡарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығы Венер Насретдиновҡа, ауылыбыҙ фермерҙарына, бағыусыларға рәхмәтебеҙ ҙур. “Айыҡ ауыл” конкурсында ла юлдаштар һынатмаҫ. Үҙ маҡсаттарына өлгәшер, тип уйлайбыҙ, – тип һөйләне Венер Мөнир улы.

Ирҙәр һүҙе ныҡлы бында

 

Юлдаштар үҙҙәренең алдына маҡсат ҡуйһа, мотлаҡ уға өлгәшә, тигән һүҙҙәрҙе лә юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған сарала быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ.

Йыр-моңға дәртлеләр ауылға ингән ерҙә үк ҡаршы алды. Клуб мө­дире Филүз Юлдашбаев етәк­се­легендә мәҙәни тормош ҡайнап тора. Бәләкәй генә ауылда “Юлдаш” исемле ир-егеттәр ансам­бле­нең эшләүе, республика кимәлендә еңеүҙәр яулауы һоҡландырҙы. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ирҙәр нимә тура­һында йырлай?” исемле ир-ат вокал коллективтарының асыҡ республика конкурсында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булғандар.

Юлдашта мәҙәни тормошто күтәргән Филүз Юлдашбаев үҙе лә – ауылым тип йән атҡан замандаш­тарыбыҙҙың береһе. Һөнәре буйынса ул тракторсы-машинист, байтаҡ ҡына ошо тармаҡта ла эшләргә тура килгән. Шулай ҙа бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ күңеле мәҙәниәткә тартыла. Ата-әсәһенең йыр-моңға һәләте лә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға бәләкәйҙән гармунда уйнарға өйрәнеүе лә ғәжәп түгел.

– Бала саҡта бер туған апайыма гармун алдылар. Үҙе уйнай ҙа бил­дәле генә урынға ултыртып ҡуя. Апайым ҡуйып китһә, ул күрмәгәндә гармунын алып тартҡылайым. Аҙаҡ нисек ҡуйған тап шулай итеп урынына ултыртам. Шулай итеп дүр­тенсе кластар тирәһендә гармунда уйнарға өйрәндем, – тип йыр-моңға ҡыҙыҡһыныуы тураһында ла һөйләп алды.

Йәнтөйәген күтәрерҙәй ир-егеттәр булғанда ауылдың киләсәге лә һүнмәҫ. Әлеге конкурста ҡатна­шыуҙа ла төп бурысты улар үҙ иңенә алған. “Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр” тигән мәҡәл дә тап килә уларға.

Халыҡтың берҙәмлеге лә уңыш­ҡа юл аса, сөнки маҡсат бер бул­ғанда ғына уға өлгәшеүе еңел. Ауыл­дың 200 йыллығын билдә­лә­гәндә 600 төп йүкә һәм башҡа ағас үҫентеләрен күмәкләп ултыр­тыуҙары, һыу һибеп тәрбиәләп үҫтереүҙәре лә берҙәмлекте сағылдырған өлгө.

 

Ағинәйҙәр ауыл ҡотон һаҡлай

 

Олоно оло итә белеп, уларҙың кәңәштәренә таянып йәшәй юлдаш­тар. Ағинәйҙәр тормош аҡылына ла өйрәтә, боронғо йолаларҙы ла тергеҙә. Ауылда уларҙың ойош­маһын етәкләгән Гөлимә Кинйә­баева быға тиклем клуб мөдире лә булып эшләгәс, ағинәйҙәр, ҡа­тын-ҡыҙҙар ойошмалары менән алдан уҡ эшлекле бәйләнеш бул­дырылған. Юлдаш ағинәйҙәре төр­лө кимәлдәге конкурста ла үҙҙәрен күрһәтә, мөнәжәт һөйләп республика кимәлендә лә танылғандар, ҡул эшенә лә оҫталыҡтары ҙур.

– Менәүәрә апай Әлибаеваның йортонда йыш ҡына йыйылып ҡул эштәре менән булабыҙ. Кис ултырып махсус хәрби операцияла йө­рөгән егеттәргә ойоҡбаштар бәйлә­нек. Ағинәйҙәребеҙ һәр береһе лә ҡул эшенә маһир. Арабыҙҙа 80 йәшлектәр ҙә бар. Уларҙан һөнәргә лә өйрәнәбеҙ, көс-дәрт тә алабыҙ, кәңәштәрен дә тыңлайбыҙ. Бергә­ләшеп түшелдеректәр эшләнек. Был да түҙемлек һәм оҫталыҡ талап итә, – тип һөйләне ул.

Йәнә бер оҫта Зөһрә Уразбаева бынан бер нисә йыл элек балаҫ һу­ғыу менән ҡыҙыҡһына башлаған. Эшләһәң эш ҡарышмай, тигәндәй, оҫтаның хеҙмәт емештәре һоҡланғыс.

– Мин бала саҡта ла ауылы­быҙҙа балаҫ һуғыу оҫталары булды. Был һөнәрҙе тергеҙәбеҙ, өйрәнә­беҙ, ошо маҡсатта станок ҡороп алдым, – ти ул.

Әлеге байрамда Зөһрә Шәфҡәт ҡыҙының әсәһен – 80 йәшлек Мәбүрә Зәйнәғәбдинованы ла тап иттек. Ҡорама ҡороуға ла, бәйләмгә лә, сигеүгә лә оҫта ағинәйҙең йәш быуынды күп нәмәгә өйрәтәһе бар.

– Яңы Яуыштан килен булып тө­шөп, хәҙер 62 йыл Юлдашта йәшә­йем. Йәш саҡта колхозда эшләнем, сөгөлдөр ҙә утаным. Ҡул эшенә оҫ­та булыу һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн кә­рәк. Ҡул ҡаушырып улты­рырға кү­некмәгәнбеҙ. Үҙең эшләгән әйберҙәр йәм бирә, – тип ихлас һөйләне Мәбүрә инәй.

Ҡул эшенә маһирлыҡ юғалып ҡалмай, быуындан-быуынға күсә килеүе менән дә ҡиммәт. Мәбүрә инәйҙең оҫталығын ҡыҙы ғына түгел, ейәнсәрҙәре лә үҙ иткән.

Оло Сытырман ауылынан килен булып төшөп, 56 йыл Юлдашта ғүмер иткән 75 йәшлек Менәүәрә Әлибаева ла заманында әсәһенән сигеү, тегеү эштәренә өйрәнгән.

– Әсәйем балаҫ һуҡты. Ул станок артынан тороп китһә, урынына үҙем ултырып эшен дауам итә торғайным. Шулай итеп өйрәнеп киттем, – тине Менәүәрә апай.

Сигелгән эштәр – йорттоң биҙәге. Менәүәрә Иштуған ­­ҡы­ҙы­ның тыуған йортонан әсәһе­нең бүләге булып килгән,100 йылдан ашыу тарихы булған балаҫ та өйөндә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Үҙҙәре белеп кенә ҡалмай, оҫталыҡтарын мәктәптә балаларға өйрәтеүҙәре, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыуҙары менән дә өлгө Юлдаш ағинәйҙәре.

 

Тибендә йөрөй аттары

 

Ауыл бәләкәй кенә булһа ла, һөнәрле кешеләре күп. Юлдашта тыуып үҫеп, ошонда йәшәгән йүн­сел­дәрҙең береһе Фаил Зәйнәғәб­динов – 2001 йылдан фермер. Тәүҙә ул игенселеккә тотона. Аҙаҡ үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтә, йылҡы­сылыҡ менән дә шөғөлләнә башлай. Бөгөнгө көндә бейәләре­нең һаны 50–60 башҡа етә. Ит һаталар, заказ буйынса ҡымыҙ етештерәләр, ҡаҙылыҡ эшләйҙәр. Фермерҙың йылҡысылыҡҡа тотоноуы осраҡлы түгел.

– Бала саҡтан аттарҙы яраттым. Атайым чабан булды. Уның менән көтөүгә сыға торғайныҡ. Аттарҙы ты­шау, алып ҡайтыу кеүек йомош­тарҙы яратып башҡара инем. Шуға ла йылҡысылыҡҡа тотонған­мындыр, – тине ул.

Зифа менән Фаил Зәйнәғәб­диновтар ауылдың эшһөйәр, тырыш ғаиләһе булараҡ данлы. Фер­мерлыҡты ла улар бергәләп алып бара. Үҙҙәренең эшен үҫтереүҙә дәүләт ярҙамын да ҡулланалар. Зифа ханым үҙе һыбай йөрөргә ярата, бейә һауырға ла, ҡымыҙ эшләргә лә өлгөрә. Был ғаиләлә бер ҡыҙ, ике ул үҫтерһәләр, улдары атайҙарының юлын дауам итеп, ауыл хужалығы буйынса һөнәрҙәр алған. Өлкән улдары – районда   баш агроном, кеселәре – хужалыҡта аталарының уң ҡулы.

Зифа Зәйнәғәбдинова – ауыл халҡының күҙ терәп торған фельд­ше­ры ла. Хәҙер 26 йыл ошо изге һө­нәре менән Юлдаш халҡына хеҙ­мәт итә. Бынан ике йыл элек яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килеүе эш шарттарын яҡшыртҡан.

Юғары категориялы фельдшер ҡарамағында бөгөнгө көндә 220 ке­ше иҫәпләнә. Ауылдаштарының рәхмәтен ишетеп, күңел һалып эшләй ул.

– Фельдшерыбыҙ уңған, ал-ял бел­мәй. Ҡар-буран тип тормай оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә йөрөй. Бик рәхмәтлебеҙ уға. Беҙ ауыры­һаҡ­ та, ул ауырып ҡуймаһын, тибеҙ, – тип һөйләне Ғәшүрә Әбдел­вәлиева.

 

Быйма баҫыу бөгөн дә модала

 

Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән тағы ла бер йүнсел –  Фә­йез Мансур улы Ташбулатов ме­­нән дә таныштыҡ. Был эштән башҡа уның электән килгән, ата­һынан өйрәнгән быйма баҫыу шөғөлө лә бар.

– Атайым быйма баҫты, умарта тотто, балта оҫтаһы булды. Уның эргәһендә нисек эшләгәнен ҡарап ултыра торғайным. Был шөғөлгә өйрәнеүем аҙаҡ донъя көткәндә лә, балалар үҫтергәндә лә ярҙам итте. Бер быйманы эшләүгә бер тәү­лек ваҡыт китә. Һорау бар. Элек күберәк тә ине, хәҙер бер аҙ кәмене. Бүләккә лә шәп нәмә ул быйма. Өлкән кешегә бер пар быйма өсөн 1 килограмм 200 грамм көҙгө һарыҡ йөнө кәрәк. Ни өсөн көҙгө йөн? Сөнки яҙғы йөн ултырмай, тығыҙ­ланмай. Көҙгө йөн ҡыҫҡа булыуы менән дә уңайлы, – тип нисек итеп быйма баҫыуын күрһәтеп һөйләне оҫта.

Сеймал артынан да әллә ҡайҙа йөрөргә түгел. Үҙҙәре һарыҡ аҫра­ғас, йөнгә ҡытлыҡ кисермәйҙәр.

Ауылдың ҡото – мәсет

 

Иман булған ерҙә яман ғәҙәт­тәргә, насар күренештәргә урын юҡ. Юлдаштың уртаһында “Ғәлиә”  мәсете тирә-яҡҡа ҡот, нур бөр­көп ултыра. Был изге йортто ла күреп сыҡмай булдыра алма­ныҡ. Мәсеттә уның имам-хатибы Әбделкәрим Атйетәровты тап иттек.

Дини календарь уҡығандан һуң уның күңелендә дингә ҡыҙыҡһыныу уяна. Тәүҙә үҙаллы өйрәнә, аҙаҡ мах­сус белем ала. Ауылда яңы мәсет төҙөүгә, уны рәсмиләш­те­реү­гә лә тырышлығын һала. 2015 йыл­да яңы иман йорто асыла. Уны зәңгәр яғыулыҡҡа көйләп, шарт­тарҙы ла уңайлаштырғандар. “Ошонда йәштәргә никах уҡыйбыҙ, сабыйға исем ҡушабыҙ, дини байрамдарҙы уҙғарабыҙ”, – ти имам-хатип.

 

Иң мәргән уҡсы кем?

 

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөл – йәйәнән уҡ атыуҙы үҙ итеүселәр өлкәндәр генә түгел,  йәштәр араһында ла тарала бара. Юлдаш ауылы был көндө Федоровканан ғына түгел, Көйөргәҙе, Ауырғазы, Күгәрсен, Күмертау тарафтарынан 30-лап уҡсыны йыйҙы. Ярыштың баһалама ағзаһы Миҙхәт Багаев әйтеүенсә, ҡатна­шыу­сылар барыһы ла ныҡлы әҙер­лек менән килгән. Шулай ҙа ярыш иң мәргән­дәрҙе асыҡланы. Ир-егеттәр ара­һында Көйөргәҙе районынан Фәнис Рахманғолов, ҡатын-ҡыҙҙар ара­һын­да ошо уҡ райондан Гөлфиә Рахманғолова 1-се урынды яуланы. Балалар ҙа ярыштарҙа ихлас ҡатнашты: ҡыҙҙар араһында Күмер­тауҙан Элина Ибраһимова, малайҙар араһында Ауырғазынан Батырхан Ғайсин тәүге урынға лайыҡ булды. Федоровка уҡсылары ла алдынғы урындарҙы биләне: Гөлбәзәр Әлимғужина – икенсе, Хәлисә Багаева өсөнсө урынға эйә булды.

Юлдаш ауылында йәш быуын араһында ла йәйәнән уҡ атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар аҙ түгел. Йәш мәргәндәрҙең береһе Рамазан Атйетәров уҡ атыу менән былтыр ҡыҙыҡһына башлаған.

– Бәләкәй саҡта атайым йәйә, уҡ эшләп атырға өйрәткәйне, шул ваҡыттан оҡшап ҡалды. Шуға түңәрәккә лә хәҙер ҡыҙыҡһынып йөрөйөм. Ярыштарҙа ла ҡатнаша башланым, – тине Рамазан.

Оҫта саңғысы ла булып сыҡты әңгәмәсем. Район кимәлендәге ярыштарҙа алдынғы урындар яулап килә. Дәрестә генә түгел, кисен дә иптәштәре менән саңғыла шыуыуҙы ғәҙәткә индергән.

 

Ауыл китапханаһы ла халыҡты туплай

 

Китапхана – китап, ваҡытлы матбуғат уҡыу урыны ғына түгел, төрлө фәһемле саралар уҙғарыу үҙәге лә. Юлдаш китапханаһы районда тәүгеләрҙән булып моделле статусын алған. Клуб, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмалары, ағинәйҙәр менән берлектә бында төрлө саралар үткәрелә. Балалар үҙ ерлегендәге яҙыусы-шағирҙарҙы белеп үҫһен өсөн яҡташ ижадсылар тураһында әҙәби кисәләр, осрашыуҙар ҙа – ғәҙәти күренеш. Юлдаш ауылы республикабыҙға байтаҡ күренекле шәхестәр үҫтергән. Заманында оло сәхнә­ләрҙә сығыш яһаған, театр сәнғә­тендә ҙур эҙ ҡалдырған Исхаҡ Зәйни, билдәле драматург һәм публицист Хәмит Ирғәлин, яҙыусы Миңниса Баһуманова, Юлдаш ауылының 200 йыллығына арнап китап сығарған Әғләм Әлибаев һәм башҡа шәхестәре менән дан тота йәнтөйәк. Әйткәндәй, әлеге байрамда Әғләм Әҙһәм улы ҡатнашып, ауылдаштарының изге ниәттәрен хупланы.

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрен­дә ойошторолған саралар клубта ҡунаҡтарҙың сығыштары, урындағы һәләттәрҙең концерт программаһы менән тамамланды. Федоровка ра­йоны хакимиәте башлығы Венер Насретдинов юлдаштарға уңыштар теләне.

– Ысын күңелдән Юлдаш ауылы халҡы менән ғорурланам. Бында шул тиклем әүҙем һәм үҙ көсөнә ышанған кешеләр йәшәй. Улар нимәгә тотонһа ла, аҙаҡҡаса алып барып еткерә белә. Юлдаш халҡы йыр-моңға һәләтле генә түгел, эшһөйәрҙәр ҙә. Районда тап улар тәүгеләрҙән булып крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ойошторҙо. Был төбәк спортсылары менән дә дан тота. Әлеге конкурста ҡатнашыу – ҙур эш. Бының өсөн халыҡтың берҙәм, бер төптән булыуы кәрәк, – тип һөйләне район хакимиәте башлығы.

Сығыштар йыр-моң менән үрелә барҙы. Байрамдарҙы гөрләткән коллективтарҙың оҫталығына йәнә бер һоҡландыҡ. Ағинәйҙәр коллек­тивының, “Юлдаш”, “Гөлнәзирә” вокаль ансамблдәре кисәне биҙәне. Әйткәндәй, “Гөлнәзирә” лә ошо көндәрҙә Ишембайҙа үткәрелгән вокаль ансамблдәренең “Аһәң-2023” конкурсында 1-се дәрәжә дипломант булған.

Иң һуңынан ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар ҡорбан ашына йыйылып, Гөлимә менән Рәүеф Кинйәбаевтар салған изге ризыҡтан ауыҙ итте. Бер ниндәй эскеһеҙ ҙә бына тигән итеп байрам итеү, донъя көтөү мөмкинлеген дәлилләне юлдаштар әлеге саралар аша.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: