Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 20:52

Ер аҫты байлыҡтары серен улар белә

Был тармаҡтың эшмәкәрлегенә тотош иҡтисад торошо бәйле.

авторҙың шәхси архивынан.
Фото:авторҙың шәхси архивынан.

Башҡортостанда мәғдән, нефть эҙләү эштәре ике быуат самаһы дауам итә, ә Ишембайҙағы тәүге нефть фонтаны бәреп сығыуға былтыр 90 йыл тулып уҙҙы. Төбәгебеҙҙә геология тармағы үҫеше тураһында һүҙ алып барғанда, иң тәү сиратта атаҡлы башҡорт мәғдәнселәре Исмәғил Тасимов менән Надир Уразмәтовтың исемдәрен телгә алырға кәрәк. Ҡайһы бер осорҙарҙа, мәҫәлән, революция, рус-япон һуғышы йылдарында, илдә ижтимағи-сәйәси шарттар үҙгәреү сәбәпле, был эштәр һүнеп тора. Ә инде Совет власы урынлашҡас, 1918 йылда “Нефть промышленносын национализациялау” тураһындағы декрет нигеҙендә хөкүмәт нефть эҙләү эшен киң йәйелдерә.

 

Өс йылда – 28 скважина

 

1919 йылда Ишембай районына беренсе геология экспедицияһы ойошторола. Өс йылда 8,8–57 м тәрәнлегендә 28 скважина быраулана. Фәнни яҡтан был эштәрҙе нигеҙләүҙә академик И.М. Губкин­дың роле ҙур була һәм уның күҙал­лауы 1929 йылда Пермь өлкәһендә нефть ятҡылығын асыу менән тулыһынса раҫлана. Ошо уҡ йыл­дың уртаһында Башҡортос­танға өс геология партияһы ебәрелә (етәкселәре – К.Р. Чепиков, В.Н. Крестовников, А.А. Блохин). Блохин етәкселегендәгеһе Ишембай ауылы тарафына йүнәлә. Геологик эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр 1931 йылда тәрән скважиналар быраулау  мөмкинлеген аса. “Азнефть” һәм “Грознефть”тән килгән белгес­тәр ҡатнашлығында ун геологик партия эш башҡара. Ишембайҙа дүрт скважина быраулана: 701-се, 702-се, 703-сө һәм 704-се. 1932 йылдың апрелендә 702-се скважинала һынау башлана һәм 16 майҙа беренсе нефть фонтаны бәреп сыға. Дүрт сәғәт эсендә 50 тонна нефть алына. Был скважина 1981 йылдың 16 майына тиклем нефть бирә.

1934 йылда Өфөгә Свердлов­скиҙан “Востокнефть” тресы күсерелә, Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы барлыҡҡа килә (хәҙерге “БашНИПИнефть”). 1935 йылда “Башнефть” тресы ойошторола. Ошонан һуң Башҡортостанда геологик эҙләнеүҙәр киңәйә. 1936 йылда “Туймазынефтеразведка” Мулла структураһын (көмбәҙен) ентекле тикшерә (ул К.Р. Чепиков етәкләгән геология партияһы тарафынан 1933 йылда уҡ билдә­ләнгән була). 1937 йылда Туймазы ятҡылығы асыла (тәрәнлеге 1200 метр). Был асыш тау тоҡомда­рының аҫҡы карбон ҡатламына ҡарай. Шул уҡ йылда нефть сәнәғәте һәм геология тармағында эшләгән тиҫтәләп етәксе репрессияға эләгә (Р.З. Бучацкий, Я.Л. Давидович, С.А. Харитонов, Г.Р. Егер, Г.Ф. Маркарьян һ.б.).

Туймазы ятҡылығы асылғандан һуң төп иғтибар девондағы нефть ятҡылыҡтарын эҙләүгә күсә. “Туймазынефть” геологтары М.В. Мальцев, М.Ф. Мартьев һәм Е.А. Граблин девонға быраулау мәсьәләһен туҡтауһыҙ күтәрә. Был тәҡдимде бөтә ил һәм республика геологтары хуплай. 1940 йылда Нарком­нефттең Баш геологияһы начальнигы, геология-минералогия фән­дәре докторы В.М. Сенюков (1966 йылда аспирантурала уҡый баш­лағандан алып ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ул минең ғилми етәксем булды, уның геология өлкәһендәге асыштары өс мәртәбә Сталин премияһы менән билдәләнде) һәм “Башнефть”тең баш геологы Х.П. Сыров геолог М.В. Мальцевҡа скважина быраулау проектын эшләргә ҡуша. Һуғыш ваҡытында Нефть сәнәғәте наркоматы Өфөгә күсерелә һәм 1942 йылда кире Мәскәүгә ҡайта. Шулай уҡ 1941 йыл аҙағынан И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Өфөлә эвакуацияла була һәм ул баш ҡалаға ҡайтарылғас, беҙҙә башта уның филиалы, ә 1948 йылдан Өфө дәүләт нефть институты барлыҡҡа килә.

 

Донъя рекорды ҡуйыла

 

Төрлө сәбәптәр менән 100-өнсө скважинаны быраулау тик 1944 йылдың февралендә генә башлана һәм сентябрҙә тәүлегенә 250 тонна дебитлы фонтан урғылып сыға. Һуғыш йылдарында был үтә мөһим дәүләт мәсьәләһе республикала көнүҙәккә әйләнә. Ҡыҙыл Армияның һәр дүртенсе танкы Башҡортостан яғыулығын ҡулланыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Туймазыла тәрәнерәк ятҡан девон нефте (1800 метр) 1944 йылда асыла. Сифаты буйынса девон нефте карбондағынан күпкә яйлыраҡ. Асыуҙа ҡатнашҡан С.И. Кувыкин, А.А. Трофимук, Т.М. Золоев, М.В. Мальцев Сталин премияһына лайыҡ була. Был асышҡа ифрат ҙур өлөш индереүселәрҙең береһе – Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин, әммә һуғышта булыу арҡаһында (сәбәбе шулдыр тип уйлайым) уның хеҙмәте ваҡытында баһаланмай. Шулай ҙа, үлгәндән һуң булһа ла, атаҡлы геологыбыҙҙың тейешле наградаһы балаларына йәки музейға тапшырылһын ине.

1945 йылдың башында Нефть сәнәғәте наркоматы рәйесе Н.К. Байбаков бойороғона ярашлы, “Башнефтекомбинат”тан “Башнефть” һәм “Башнефтезавод” берекмәләре ойошторола. “Башнефть”кә – геология разведкаһы, быраулау һәм нефть сығарыу эштәре, “Башнефтезавод”ҡа нефт­те эшкәртеү йөкмәтелә. 1946 йылда Баулы, 1949 йылда Серафимовка ҙур девон нефть ятҡылыҡтары асыла. 1947 йылда Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты булдырыла. Уны ойоштороу башланғысында илебеҙ, халҡыбыҙ патриоттары инженер-химик М.З. Мәүлетова һәм геолог Ҡ.Р. Тимерғәзин тора.

1950 йылда “Башнефтеразведка” икегә бүленә: “Башзападнефтеразведка” һәм “Башвостокнефтеразведка”. Ошо мәлдән планлы рәүештәге үҫеш, асылған ятҡы­лыҡтарҙы фәнни нигеҙҙә үҙләш­тереү, нефть сығарыу һәм эшкәр­теү технологияларын һәм техни­каһын модернизациялау, ҡалалар, юлдар, торлаҡ һ.б. социаль йүнә­лештәге төҙөлөштәр башлана.

1977 йылда “Башнефть” вахта ысулы менән Көнбайыш Себерҙә быраулау эштәре башлай. 1984 – 1988 йылдарҙа Когалым предприя­тиеһы “Башнефть” берекмәһенә буйһондорола. Өс йыл эсендә нефть сығарыу 7 миллион тоннанан 23 миллионға етә. 1988 йылда СССР нефть сығарыу буйынса донъя рекорды ҡуя: 624 миллион тонна. Шуның 66 проценты – Көн­байыш Себерҙеке. Бында, әлбиттә, Башҡортостан геологтарының һәм нефтселәренең дә тос хеҙмәт өлөшө һалынған. Беҙҙең геологтар, инженерҙар Һиндостанда, Алжир­ҙа, Сүриәлә, Иранда, Йемендә, Кубала, Анголала фәнни-техник ярҙам күрһәтте (миңә лә 1978 – 1980 йылдарҙа Анголаның нефть министрлы­ғында баш инженер вазифаһында эшләргә тура килде).

 

Рәсәй буйынса лидер

 

Бөгөн “Башнефть” Рәсәйҙең ун ҡеүәтле нефть компанияһы иҫәбе­нә инә. Уның тарафынан 268 нефть һәм газ ятҡылығы асылған. Шуларҙың 188-е үҙләштерелә. Башҡортостан нефть эшкәртеү тәрәнлеге буйынса Рәсәй буйынса лидер – 88,6 процент, илдәге уртаса күрһәткес – 82,6 процент. Башҡортостан биләмәһендә генә 55 меңдән ашыу скважина бырауланған, 1,7 миллион тоннаға яҡын нефть сығарылған, бер йылда “Башнефть” сығарған нефть күләме 16 миллион тонна тәшкил итә. Биш ҡала, биш ҡала тибындағы ҡасаба, меңдәрсә саҡрым электр линияһы, нефть үткәргес торбалар, автомобиль юлдары, йорттар, стадиондар, ял йорттары һ.б. төҙөлгән.

“Башнефть” 1995 йылдан асыҡ акци­о­нерҙар компанияһына әүе­релде. 1998 йылда Себерҙә яңы лицензиялы участкалар алды. 1999 йылдан һуң предприятие өсөн ярайһы уҡ үҫеш осоро башланды. 1997–2001 йылдарҙа Башҡортос­танда ғына, яңы фәнни техно­логияларҙы ҡулланып, өҫтәмә 13,6 миллион тонна нефть сығарыла.

2016 йылдан “Башнефть” “Роснефть” составына инә. 2020 йылда ул Рәсәйҙә сығарылған нефттең дүрт процентын, нефть эшкәр­теүҙең – ете, илебеҙҙәге бензин баҙарының 12 процентын биләй. 2021 йылда ул геология-эҙлә­неүҙәр, ситтә яңы лицензиялы участкалар алыу һәм үҙләш­терелеүҙәге ятҡылыҡтарҙың запасын яңынан баһалау һөҙөмтәһендә АВ1С1 категориялы нефть запастарын 43,2 миллион тоннаға арттырыуға өлгәште. 

“Башнефть” бик әүҙем сит өлкәләрҙәге нефть ятҡылыҡтарына лицензиялар һатып ала. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Шулай ҙа үҙебеҙҙә булған резервты тулыһынса файҙалана алмайбыҙ әле. Был тәңгәлдә, ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды шикелле: БР Хөкүмә­тенең Премьер-министры А.Г. Назаров раҫлауынса, республикала Бәләкәй нефть компанияларын (БНК) үҫтереү мөмкинлеге бар. 2020 йылда БНК-лар ассоциацияһы ойошторолдо. 2025 йылға тиклем төбәгебеҙ углеводород сеймалын эҙләү һәм баһалау  эштәренә 15 миллиард һум инвестиция йәлеп итергә һәм йыллыҡ нефть сығарыуҙы 1 миллион тоннаға еткерергә иҫәп тота. Был эшмәкәрлек тейешле һөҙөмтә бирер, тип ышанам.

Хөрмәтле коллегаларым – геология тармағы ветерандары һәм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәр! Ихлас күңелдән бөтәгеҙҙе лә профессиональ байрамыбыҙ – Геологтар көнө менән ҡотлайым. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы һис шикһеҙ бойомға ашырырһығыҙ, тигән ышаныста ҡалам.

- Эрнст ЮЛБАРИСОВ

Читайте нас: