7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө – айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һаулыҡ һаҡсыһы” конкурсы дауам итә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Өфөләге “Медикал Он Групп” компанияһының акушер-гинекологы Рөстәм Клим улы ҒӘБИТОВ.
Һаулыҡ һаҡлаҡ өлкәһендәге хеҙмәт стажы 30 йыл булған табип түлһеҙлек, вульвит, вагинит, кандидоз һәм башҡа сирҙәрҙе диагностикалау, дауалау менән шөғөлләнә. Ул 1993 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған, артабан бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта квалификацияны күтәреү курстарын үткән. Бөгөн Рөстәм Клим улы – медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.