Йәмғиәт
31 Март 2023, 15:46

Шаран еләгенең данын арттыра

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Бына ун йыл инде Наталья Андриянова баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнә. Тәүҙә ул Яңы Йомаш ауылында йәшәгән ағаһы Олег Димитриевҡа еләк түтәлдәрен эшкәртергә ярҙам итә. Ә туғыҙ йылдан һуң үҙенең 1,5 гектар ерендә еләк үҫтерә башлай. Эш башлаған баҡсасы өсөн был бик яҡшы старт була. Хәҙер инде ул өс гектар майҙанда татлы еләк-емеш үҫтерә.

“Еләк үҫтереү менән яратып шөғөл­ләнәм, һәр үҫентегә күңел йылыһын бирәм, әйтерһең дә, улар минең “сабыйҙарым”, – тип йылмая Наталья. – Үҙем балаларымдың нисек үҫеп буй еткергәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым, бәләкәйҙән хеҙмәткә ылыҡтырып тәрбиәләгәс, тормошта юғалып ҡалмаясаҡтарын беләм. Улым да, ҡыҙым да – хужалыҡта төп ярҙам­сылар. Константин Октябрьский нефть колледжында, ҡыҙым Ксения М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Мин үҙемде бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем, әсәйем дә, 91 йәшлек өләсәйем дә иҫән-һау. Бәхет өсөн күп кәрәкме ни?!”

Наталья Николаевнаның яҙмышы ижад менән тығыҙ бәйле, ул “Илем” сыуаш йыр ансамбле ағзаһы. “Йыр-моң ауырлыҡтарҙы еңергә, кеше менән аралашып йәшәргә ярҙам итә, ә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе  ихтирам итеү, йәш быуынға тапшырыу – беҙҙең бурыс. Мин баш әйләндергес маҡсат­тар ҡуйып йәшәмәйем, көндәлек мәшәҡәттәрҙән дә йәм табырға тырышам. Ваҡытым булғанда, кейем тегергә, ойоҡбаш бәйләргә ултырам. Балаларымдың ҡасан да булһа сыуаш халҡының милли традицияларын ныҡлап өйрәнеүгә тотоноуҙарына өмөт итәм”, – ти ул.

- Руслан ХАФИЗОВ
Шаран районы

Читайте нас