Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 19:00

Сорғотта юғалып, Өфөлә табылған...

Ҡала магазинына инеп ярҙам һорай ул.

Сорғотта юғалып,  Өфөлә табылған...
Сорғотта юғалып, Өфөлә табылған...

Ошо көндәрҙә кискә табан Өфө магазиндарының береһенә ярҙам һорап бер бабай ингән, тип яҙа «Моя Уфа Новости».

Баҡтиһәң, ул был яҡтарҙа аҙашып йөрөй икән, үҙе Сорғотта йәшәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында балыҡҡа китә, артабан автобуста Өфө ҡалаһына юллана. Унда автовокзалдан алып ете саҡрым юл үтеп, ошо магазинға килеп керә ул.

Тик шуныһы: ни эшләп бындай еңел булмаған маршрут һайлауын бер нисек тә аңлата алмаған ул. Магазиндың һаҡсылары ирекмәндәр менән бәйләнешкә сыға, уларҙан бабайҙың ҡыҙы һәм элекке ҡатыны барлығы билдәле була.

Туғандары менән һөйләшкәндән һуң, ирҙең кеҫәһендә Сорғотҡа тиклем поезд билеты барлығы асыҡлана. Ул бер сәғәттән ҡуҙғаласаҡ икән. Вагон оҙатып барыусыларға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушып, ирекмәндәр бабайҙы ултыртып ебәрә.

Бәхеткә, был хәл яҡшы тамамлана, Сорғот вокзалында атаһын ҡыҙы көтөп ҡаршы ала. Осрашыу бик тулҡынландырғыс була.

Ошолай бар аҙашып йөрөгәндәр йорттарына имен генә ҡайтып инһен ине лә бит...

Фото: "Моя Уфа Новости".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: