Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 20:26

Тыуған яҡтың ярҙамын тойоп...

“Башҡа төбәктәрҙекеләр беҙгә көнләшеп ҡарай”, – ти яугир.

Башинформ Хәрби хәбәрсе Александр Сладков менән.
Хәрби хәбәрсе Александр Сладков менән.Фото:Башинформ

Ватанды яҡлау өсөн ҡулына ҡорал алып, махсус хәрби операцияға юлланған бер төркөм яугирҙәрҙең ҡыҫҡа ялға ҡайтыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Улар араһында Башҡортостандың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, хәрби-сәйәси эш буйынса рота командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант Марат Зөлҡәрнәев тә бар.

 

– Марат Миңлеғәле улы, “Башҡортос­тан” гәзите коллективы һәм баҫманың уҡыусы­лары исеменән һеҙҙе юғары награда – Салауат Юлаев ордены алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең тыуған илебеҙҙе яҡлау өсөн махсус хәрби операция урынына барырға ҡарар итеүегеҙ тәүге сиратта эске, йәғни рухи инаныуҙарға нигеҙләнәлер...

– Ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт. Һәр ир-егет Тыуған илен һүҙ менән түгел, ә эше менән яҡларға тейеш. Йәш саҡта армияла хеҙмәт итмә­нем. Әммә, барыбыҙ ҙа белеүе­беҙсә, Ватанды һаҡлауға ынтылышта бөгөн был һис ниндәй кәртә түгел – теләһә ниндәй эштә, шул иҫәптән – хәрби һөнәрҙә, бөтәһен дә өйрәнергә, үҙләштерергә мөм­кин. Теләк кенә булһын. Бронь алырға мөмкинлегем булһа ла, яуға барырға, Ватанды яҡлаусылар сафына баҫырға ҡарар иттем. Тыуған еребеҙ яҙмышы хәл ителгәндә тәүәккәл булырға, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа һәм алға ынтылырға кәрәк.

Башҡорт дәүләт университе­тының хәрби кафедраһын 2000 йылда лейтенант званиеһында тамамлағайным. Уҡыу бөткәс тә күптәр хәрби частарға юлланды, ә мин аспирантураға индем. Шулай ҙа хеҙмәт итеү теләге менән хәрби комиссариатҡа килгәйнем, мине: “Һин уҡыйһың бит. Ваҡыты еткәс саҡырырбыҙ”, – тип кире борҙолар. Бына хәҙер ошо ваҡыт етте. Эйе, армия хеҙмәте миңә бик үк таныш түгел, ләкин ғалим, эҙләнеүсе, фән кешеһе булараҡ, илһөйәрлек хисе еңде. Шуға ла хәрби тормошта ҡатнашыу теләге менән алға атланым. Өйҙән әсәйем дә шылтыратып: “Улым, һин үҙ теләгең менән киттеңме ни?” – ти. “Эйе, әсәй, дөрөҫ, шулай булырға тейеш тә”, – тинем.

Мин хеҙмәт иткән полк 99 проценты менән Башҡортостан вәкилдәренән тора. Беҙ октябрҙән алып махсус хәрби операция зонаһында булдыҡ һәм яңыраҡ ялға ҡайтарҙылар. Әйткәндәй, унда йәш саҡта армияла хеҙмәт итергә тура килмәгән ир-егеттәр байтаҡ – кемдер юғары уҡыу йортона ингән, ҡайһы берҙәре уҡыу йорттарында хәрби кафедрала ла шөғөлләнгән, кемелер һаулығы арҡаһында бара алмаған. Береһе лә һынатмай, сөнки тормош тәжрибәһе туплаған һәм етди ҡарашлы шәхестәр.

Алғы һыҙыҡта Рәсәйҙең Ҡорал­лы Көстә­рендә хеҙмәт иткән, контракт хеҙмәтен, локаль һуғыштарҙы, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙе үткән егеттәр ҙә күп, улар менән бергә булыуы ыша­ныслы ла, мәртәбәле лә. Уларҙың тәжрибәһе ҡалғандар өсөн үтә мөһим, бөтә өйрәткәндәре өсөн остаздарыбыҙға рәхмәт­лебеҙ. Командирҙарыбыҙ ҙа Башҡортос­тандан, бер һалдатты ла иғти­барҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышып торалар.

 

– Күреп, ишетеп һәм уҡып белеүебеҙсә, яу яланындағы егеттәрҙең рух ныҡлығы юғары кимәлдә.

– Эйе, бергә хеҙмәт иткән егеттәр һынатмай, сөнки рес­публикабыҙҙың ярҙамын тоябыҙ. Радий Фәрит улына, хакимиәт башлыҡтарына, йәмәғәт ойошмалары етәкселәренә, эшҡыуарҙарға гуманитар, матди һәм рухи ярҙам өсөн ҙур рәхмәт!

Башҡа төбәктәрҙән килгән егеттәр беҙгә көнләшеп тә ҡарай, сөнки блокпостар аша үткәндә Башҡортостандан көн һайын тиерлек посылкалар килгәнен күреп торалар бит. Хатта республиканан бер-ике генә егет булған частарға ла ярҙам барып етә. Баш­ҡортостандың хәстәрлеген һәр беребеҙ тоя.

Ә балаларҙан хаттар алғанда күңел күтәрелеп китә. Айырыуса Яңы йыл алдынан һәм 23 февралгә хаттар күпләп килде. Тыуған яҡтарҙа беҙҙе ҙур берҙәм ғаиләнең көтөүе тураһында уҡыу, артабан шул тәьҫораттар менән йөрөү рух ныҡлығын бермә-бер нығытып ебәрә. Әлбиттә, былар барыһы ла – республика етәкселегенең башланғысы менән. Шуға ла үҙен ситләтелгән тип тойған бер кем дә юҡ беҙҙең яугирҙәр араһында. Беләбеҙ: артыбыҙҙа республика, уның халҡы, туғандар һәм яҡындар.

 

– Һеҙ хәрби бурыстарҙы үтәү менән бергә тарихсы ғалим булыуығыҙҙы ла онотмайһығыҙ, унда ла фән менән шөғөлләнергә ваҡыт табып тораһығыҙ, тиҙәр...

– Махсус хәрби операция урынына килгәс тә, полк командиры урынбаҫары миңә: “Марат, һинең тарихсы ғалим һәм китапхана директоры икәнеңде беләбеҙ, бер юлы ошо йүнәлештә лә эшләй алаһың. Урын таба алырһың тип уйлайым”, – тине. Шатланып риза булдым, сөнки һуғыш шарттарында ла рухи ҡиммәттәрҙе онотмаҫҡа, мөмкин тиклем дәртләндереп, аң-белемде үҫтерергә ярҙам итеп торорға кәрәк бит. Был беҙгә еңеү рухын да юғары кимәлдә тоторға ярҙам итәсәк икәне бәхәсһеҙ.

Мин Башҡортостанға бағыш­ланған музей мөйөшө булдырырға ҡарар иткәс, тыуған яғымдағы хеҙмәттәштәрем шулай уҡ кисекмәҫтән ярҙам ҡулы һуҙҙы – китаптар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйып ебәрҙе. Ике күргәҙмәлек ине ул әсбаптар. Күмәк тырышлыҡ менән Запорожье өлкәһендә музей һәм китапханаһы ойошторолдо. Был учреждение­ларҙа хәҙер беҙҙең республикаға ҡағылышлы материалдар ҙа байтаҡ. Яҡташ яугирҙәр араһында “Китап” тигән акция ойош­торҙоҡ. Ошондай ярҙам өсөн республи­каның Милли музей директоры Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡовҡа һәм хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм.

Бер мөйөштә генә урынлашҡан музей һәм китапхана яугирҙәргә бик оҡшаны. Уйлап ҡараһаң, “гражданка”ла улар бындай әсбаптарға һәм экспонаттарға бик иғтибар ҙа итеп бармағандыр. Ә һуғыш шарттарында бөтөнләй икенсе хәл бит. Хәрби хәрәкәттәр барышында ваҡыт үтә ҡыҫынҡы, әммә ошо тыуған яҡ мөйөшөндә өс минутҡа ғына туҡтап китһәләр ҙә, был мәл улар өсөн үтә ҡәҙерле.

Шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ша­фиҡоваға рәхмәтлемен: ул үҙе шәхсән һәм хеҙмәткәрҙәре: “Марат, һеҙгә нимәләр кәрәк, нимә менән ярҙам итә алабыҙ?” – тип йыш шылтыраталар.

 

– Яҡын киләсәккә планда­рығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.

– Ялға ҡайтҡан состав тиҙҙән тағы яу урынына юллана. Минең планда – хәрби хеҙ­мәтте дауам итеү. Ә һуңыраҡ гражданкала, йәғни үҙебеҙҙең республикала, ғилми эшемде дауам итергә теләр инем. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәм­ғиәте буйынса ла эш туҡтамаясаҡ. Азат Шамил улы Бадра­новҡа ла ошо йүнәлештәге ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Сентябрҙә Архангел районының Оҙондар ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына мемориаль таҡтаташ астыҡ. Хәрби хеҙмәткә юлланғанға саҡлы ошо таҡтаташ өсөн мәғлүмәт табыу маҡсатында архивтарҙа оҙаҡ ҡына эҙләнергә лә тура килгәйне. Материалдар әҙер булғас, Азат Шамил улы таҡтаташ асыуҙы ойошто­рорға ярҙам итте.

Хәрби операция барған ерҙә бәләкәй генә музей һәм китапхана булдырыуҙың маҡсаты – яҡташ яугирҙәрҙе рухи яҡтан дәртлән­дереү, республикабыҙҙың бер өлөшө бында, беҙҙең менән тип уйларға нигеҙ биреү. Беҙ, Башҡорт­остан егеттәре, унда берҙәмбеҙ, бер төптән эш итәбеҙ һәм тыуған яҡ мөйөшөн булдырыу ҙа ихтыяр ныҡлығына ярҙам итәлер тип уйлайым.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: