Икенсе йыл илебеҙ махсус хәрби операция шарттарында йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә был турала ниндәй генә имеш-мимештәр булманы икән? Айырыуса оппозиция, Көнбайыш һәм Украина булдырған сайттар тырыша. Ә кешегә дөрөҫлөк, ысынбарлыҡ кәрәк. Шуға күрә был эшкә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла һәм хәлдәрҙең нисек булыуы тураһында һөйләй. Федераль журналистар менән бер рәттән, Башҡортостан хәбәрселәре лә махсус хәрби операция зонаһына бара һәм, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, халыҡҡа дөрөҫлөктө еткерә. Бөгөн һеҙҙе шундай журналистарҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – Башҡортостан юлдаш телеканалының “Яңылыҡтар” бүлексәһе хәбәрсеһе Азат САҘРЫЕВ. Дөйөм алғанда, дүрт ай дауам иткән командировкалары тураһында беҙгә лә һөйләп бирҙе ул.
– Әңгәмәне үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып башлайыҡ. Ҡайҙа тыуғанһың, ҡайҙа уҡығанһың тигәндәй...
– Мин Өфө егете. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамланым, Башҡорт дәүләт университетында журналист һөнәрен үҙләштерҙем. 2-се курста уҡығанда уҡ “Радио Башкортостана” радиоһында рәсми рәүештә эшләй башланым. Уҡып бөтөп, диплом алғас, Башҡортостан юлдаш телеканалына саҡырҙылар. Тәүге көндән үк “Яңылыҡтар” бүлегендә эш башланым. Бер осор биш-алты йыл “ситкә” китеп тә эшләп алдым. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте етәксеһе булдым. Әммә телевидениела бер эшләп киткәнгәме икән, ул һәр саҡ үҙенә саҡырып торҙо. Шуға күрә кире яратҡан эшемә күсергә ҡарар иттем һәм бөгөнгә тиклем эшләп йөрөйөм.
– Ниндәй темалар өҫтөндә эшләйһең?
– “Яңылыҡтар” бүлеге журналисы универсаль белгес һанала. Колхозға ла сығып китеп, сәсеү, ураҡ барышын күрһәтә алабыҙ, иртәгәһенә республика етәксеһе менән “паркетта” эшләйбеҙ, кисен төрлө концерт-саралар төшөрәбеҙ. Былай мин – Башлыҡ пулы журналисы, шуға етәкселек сәйәсәтен күрһәтеү – төп бурысыбыҙ.
– Махсус хәрби операция барған биләмәгә тәүге тапҡыр нисек барып эләктең?
– Беренсе командировка былтыр мартта булды. Махсус хәрби операцияның яңы башланып торған сағы ине. Тәүге көндәрҙән тиерлек беҙҙең республика етәкселеге унда гуманитар йөк алып бара башланы һәм ошо эште күрһәтергә кәрәк ине. Ул яҡҡа командировка буласағы тураһында осраҡлы ғына ишетеп ҡалдым. Баҡһаң, бер нисә кешегә тәҡдим иткәндәр, тик улар баш тартҡан булған. Был турала ишеткәс, етәксемә инеп һораным, ни эшләп миңә тәҡдим итмәнегеҙ, тинем. “Хәүефле бит, һинең ғаиләң бар, баш тартырһың тип уйланыҡ”, – тине ул. Ә минең барғым, үҙ күҙҙәрем менән күргем килә ине. Шуға тәүәккәлләнем. Тәүге тапҡыр оператор Вадим Исламов менән гуманитар йөктө оҙатып барҙыҡ, фурала барып еттек. Ул саҡта тулыһынса Луганск Халыҡ Республикаһында эшләнек. Көндөҙ келәттәрҙә йөктө ҡалдырҙыҡ та ҡунаҡханала туҡтаныҡ. Төндә гөрһөлдәү тауышы ишеттек. Иртән иһә беҙ “гуманитарка” бушатҡан урындан алыҫ түгел ергә “Точка У” ракетаһы килеп төшкәнен ишеттек.
– Бер барып күргәс, сираттағы тапҡыр юлға сығыу ҡурҡыныс булмағандыр?
– Икенсе тапҡыр, күп тә үтмәне, 20 мартта йәнә командировкаға сыҡтыҡ. Ул саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә барҙыҡ, тулыһынса Донецк Халыҡ Республикаһында эшләнек. Ул көндө Радий Фәрит улының тыуған көнө ине. Тик байрам кәйефе булманы, беҙ барыр алдынан ғына Донецк үҙәгенә “Точка У” ракетаһы килеп төшкән ине. Ҡорбандар күп... Етәксебеҙ ДХР Башлығы Денис Пушилин менән ул урынға сәскә һалды. Улар электән үҙ-ара дуҫтар, шул мәлдә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөләр. Мариуполдә ҡаты һуғыштар бара ине, беҙҙе үткәрмәнеләр. Радий Фәрит улы шунда беҙгә: “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, геройлыҡ күрһәтмәгеҙ, бында хәүефле” тип нәсихәттәр бирҙе. “Дорога жизни” тигән репортаж эшләп ҡайттым ул командировкала. Урындағы кешеләр менән күп һөйләшергә тура килле. “Укроптар”ҙың нисек һуғышыуы тураһында һөйләнеләр. Улар үҙ ҡоралдарын, танктарын кешеләр йәшәгән ихаталарҙа ҡуйып, халыҡты тере ҡалҡан итеп файҙаланған. Рәсәй ғәскәрҙәренең тыныс халыҡҡа атмаҫын яҡшы белеп шулай эш иткәндәр. Бер әбей һөйләне: кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарабыҙ тип алып китәләр ҙә, сиккә еткәс, башҡаларҙы ҡурҡытыр өсөн машиналары менән бергә атҡандар. Ә беҙҙең хәрбиҙәр уларҙы ҡотҡарған, яҡлаған. Шуға күрә урындағы халыҡ уларға бик рәхмәтле.
– Йәй көнө лә барып ҡайттыңмы?
– Эйе, өсөнсө тапҡыр июлдә барҙыҡ. Бер ай булдыҡ, ЛХР һәм ДХР төбәктәрендә эшләнек. Азат ителгән биләмәләрҙә булдыҡ, емерек ҡалаларҙы күрҙек. Яныбыҙҙа тәжрибәле хәрбиҙәр, урындағы кешеләр йөрөнө һәм барыһын да яҡшылап аңлатты. Ул саҡта ла хәүефле мәлдәр булды. Бер кистә Красный Луч ҡалаһындағы ҡунаҡханала ҡунырға тейеш инек, тик һуңғы мәлдә урындағы журналистар менән осрашыр өсөн Луганскиға киттек. Ә шул төндө беҙ йәшәргә тейеш ҡунаҡхананы НАТО-ның “Хаймерс”тары менән атҡандар. Ул тулыһынса емерелгән, шунда ҡалһаҡ, моғайын үлгән булыр инек...
– Белеүемсә, күптән түгел генә иң оҙайлы командировкаңдан әйләнеп ҡайттың. Уның һөҙөмтәһе ниндәй?
– Әле ғинуар-марттағы командировка иң оҙоно булды, ай ярым самаһы дауам итте. Тәүҙә ике аҙнаға тип киткәйнек, оҙаҡҡараҡ ҡалыуҙы һоранылар. Унда Башҡортостандан даими рәүештә гуманитар йөк килеп тора, ошо эште күрһәтергә кәрәк ине. Был юлы ДХР, ЛХР, Запорожье биләмәләрендә эшләнек. Блиндаждарҙа булдыҡ, хәрбиҙәр менән бергә йөрөнөк. Хәҙер унда яҙғы-йәйге командировка ваҡытына ҡарағанда күпкә хәүефлерәк. “Доставалов”сыларҙы алғы һыҙыҡта төшөргән саҡта өс тапҡыр ут аҫтында ҡалдыҡ. Бәрелеш линияһына тиклем ни бары километр ярым ара ҡалған ине. “Шайморатов”сыларҙа булғанда шулай уҡ миномет утына эләктек. Шуныһы аптыратты: даими рәүештә шундай атыштар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең егеттәрҙең кәйефе шәп ине. “Ҡурҡмайһығыҙмы?” тим, “Юҡ, өйрәнеп бөттөк инде”, тиҙәр. Тыныс ҡына йөрөп ашарға бешерәләр, үҙ эштәре менән булалар. Беҙҙе лә һыйланылар. Уларҙың бөтә нәмәһе лә бар. Ашарға ла, кейем дә, ҡорамалдар ҙа етерлек. Республикабыҙ ысынлап та ныҡ ярҙам итә. Бында власть та, эшҡыуарҙар ҙа, ябай халыҡ та ситтә ҡалмай. Беҙҙең ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары әүҙем.
Һуңғы барғанда Башҡортостандың өс батальонын да төшөрҙөк. Мобилизацияланғандар янына барҙыҡ. Уларҙың да кәйефтәре көр ине. Блиндаждарҙа йәшәйҙәр, унда йылы, буржуйка-мейестәре, электр генераторҙары бар. Егеттәргә дөйөм гуманитар йөктән тыш исемле посылкалар күп килә, бөтә нәмәләре бар. Махсус хәрби операция биләмәһендә йөктө ташыу, таратыу менән Азат Бадранов шөғөлләнә. Ғөмүмән, командировкалар ваҡытында уның менән осрашып торҙоҡ. Ул урында күп мәсьәләләрҙе хәл итә, Башҡортостанға ла ярҙам итеп өлгөрә. Бер яугир һөйләне: улын Өфөнөң икенсе районынан машинала балалар баҡсаһына йөрөткән. Ә үҙе мобилизацияға эләгеп бында килгәс, машина йөрөтмәгән ҡатынына ярты ҡала аша баланы автобуста йөрөтөү ауыр булған. Ул был проблемаһы тураһында Азат Шамил улына әйткән һәм дүрт-биш көндә мәсьәлә хәл ителгән: уларға өйө янындағы балалар баҡсаһынан урын биргәндәр.
– Һинең үҙеңдең ғаиләң бармы? Улар бындай командировкаларыңа нисек ҡарай?
– Эйе, өйләнгәнмен, ҡыҙым бар. Әлбиттә, ҡатыным борсола. Ул беҙҙең унда “концерт” төшөрөргә бармағанды белә бит. Тик барыбер эшемде аңлап ҡабул итә. Мөмкинлек булыу менән бәйләнешкә сығып, хәлемде белдереп торам. Ул яҡтарҙа интернет менән бәлә. Мәҫәлән, Луганск Халыҡ Республикаһында бөтөнләй мобиль интернет юҡ, тик вай-фай аша ғына тоташырға була. Егеттәр яғына китһәң, өс-дүрт көн бәйләнешһеҙ ҡалыуың ихтимал. Дөрөҫөн әйткәндә, әле унда йәйге миҙгелгә ҡарағанда күпкә хәүефлерәк. Белеп-күреп торабыҙ бит, Көнбайыш Украинаға ҡорал ташыуын туҡтатмай. Алыҫҡараҡ оса торған ракеталар ҙа килә, шуға күрә теләһә ҡайһы урында ла ут аҫтында ҡалыуың бар. Тик эш булғас, уныһын артыҡ уйламайбыҙ.
– Журналист булараҡ унда эшләп ҡәнәғәтлек алдыңмы? Махсус хәрби операцияла булғаның өсөн награда алғаныңды ла ишеткәйнем.
– Унда урындағы һәм федераль журналистар байтаҡ, башҡа төбәктәрҙекен бик осратҡан булманы. Яугирҙәребеҙ янында булғанда беҙҙең эштең кәрәклеге ныҡ тойола. Беренсенән, улар таныш йөҙҙәрҙе күрә, “Башҡортостандан килдек” тигәнгә ҡыуана. Икенсенән, күптәр беҙҙең репортаждарҙа төшөп, әллә ҡасан бәйләнешкә сыға алмаған яҡындарына сәләмдәрен еткерә ала. Әле һуңғы тапҡыр барып ҡайтҡас, “СВОИ” тигән махсус репортаж әҙерләгәйнем. Ул сыҡҡас, “Бәйләнештә”ге сәхифәмә шул тиклем күп хаттар килде. Биттәрен ҡаплаһаҡ та, ҡатындары, балалары яҡындарын тауышынан танып ҡыуанған. Шундай мәлдә, ысынлап, ҙур ҡәнәғәтлек алаһың.
Радий Хәбиров Шайморатов ордены менән наградланы. Юҡ, беҙ унда наградалар артынан барманыҡ, әммә эште баһалауҙары күңелле. Иң мөһиме – һөҙөмтә: беҙ ысынбарлыҡты күрҙек һәм уны Башҡортостан халҡына еткерергә тырыштыҡ. Махсус хәрби операция тик торғандан башланмаған. Әгәр Президентыбыҙ был ҡарарҙы ҡабул итмәһә, бәлки, һуғыш бөгөн беҙҙең төбәктәрҙә барыр ине. Донбасс төбәктәрен Рәсәйгә ҡушыу ҙа – бик ваҡытлы һәм урынлы ҡарар. Быны урындағы кешеләр әйтә, улар беҙгә рәхмәтле. Ә интернеттағы мәғлүмәт һуғышына иғтибар итмәҫкә кәрәк. Әйҙә яҙһындар теләһә нимәне. Барыбер хаҡлыҡ беҙҙең яҡта һәм еңеү беҙҙә буласаҡ!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Азат. Ҡайҙа йөрөһәң дә, иҫән-һау бул.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА