Бынан туғыҙ йыл элек крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөп, үҙ эшен асҡан Ләйсән Хәмитйәнова – хәҙер инде аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Әле хужалыҡта 60 баш мал аҫрала. Ит етештереү тармағы буйынса эш уңышлы дауам итә, һөтсөлөккә лә иғтибар ҙур. “Симменталь” тоҡомло 28 һауын һыйырын машина менән һауыуҙы оператор Флүзә Бәҙретдинова башҡара. Тәүлегенә 220 литр самаһы һөт һауылып, район магазиндарына һатыуға сығарыла.
– Һыйырҙар быҙаулап бөттө, һөт арта башланы. Шуға күрә һөт аҙыҡ-түлеге етештереү ҙә арта, эремсек, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек аҙыҡтар магазинға сығарылыу менән һатылып бөтә, – ти Ләйсән.
Ҡузбай ауылы фермеры етештергән һөт ризыҡтарын райондың һәр магазинында тиерлек осратырға мөмкин. Сифатлы продукцияны халыҡ яратып, көтөп ала. “Хәмитйәнова” крәҫтиән (фермер) хужалығы күптән сәсеүгә сығырға әҙер, агрегаттар, техника көйләнгән. Орлоҡ та етерлек. Яҙғы мәшәҡәттәр фермерҙы ҡурҡытмай. Ләйсәндең тормош иптәше, механизатор Илһам Хәмитйәнов – хужалыҡтың төп ярҙамсыһы, фермерҙың “уң ҡулы”. Ә башҡараһы эштәр, тормошҡа ашыраһы уй-хыялдар ҡолас еткеһеҙ. “Бына был гаражды төҙөп бөтөрһәк, мал аҙбарын киңәйтә алһаҡ, эшемдән тағы ла ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек кисерер инем”, – тип пландары менән уртаҡлаша фермер. Уңғандарға уңыш юлдаш буласағына шикләнмәйбеҙ.
- Гөлназ ХУЖИНА
Борай районы