Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2023, 12:00

Юғары оҫталыҡлы онколог

“Иң яҡшы табип” конкурсына сираттағы кандидатыбыҙ  –  Красноусол үҙәк район дауаханаһының табип-онкологы Ирек Зиннур улы ФӘЙЗУЛЛИН

Юғары оҫталыҡлы онколог
Юғары оҫталыҡлы онколог

“Иң яҡшы табип” конкурсына сираттағы кандидатыбыҙ  –  Красноусол үҙәк район дауаханаһының табип-онкологы Ирек Зиннур улы ФӘЙЗУЛЛИН.

Ул 1993 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған, артабан “Красноусол” шифаханаһында интернатура үтә, һуңынан терапевт вазифаһын башҡара.

1995 – 1997 йылдарҙа Ирек Фәйзуллин Алыҫ Төньяҡтағы хәрби часта табип-белгес булып хеҙмәт итә. Шунан һуң тыуған яҡтарына ҡайта һәм  дәүләт санитар эпидемиология күҙәтеүенең Ғафури район үҙәгендә эшләй. 2003 йылдан алып ул – Красноусол үҙәк район дауаханаһында баш табип урынбаҫары, ойоштороу-методика бүлеге мөдире, табип-онколог.

Ирек Зиннур улы онкология буйынса юғары категорияға эйә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталары, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тамғаһы менән наградланған.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: