Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 20:00

1 апрелдән яңы закондар ғәмәлгә инә

Социаль пенсиялар индексациялана. Инвалидлыҡты билдәләү өсөн нигеҙҙәр арттырыла. Үҙгәрештәр тағы ниндәй өлкәләргә ҡағыла? 

1 апрелдән яңы закондар ғәмәлгә инә
1 апрелдән яңы закондар ғәмәлгә инә

Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе быйылғы йылдың апрелендә ғәмәлгә ингән закондарға аңлатма әҙерләне.

1 апрелдән

Социаль пенсиялар индексациялана. Быйылғы индексация былтыр июндәге 10 процентлыҡ өҫтәмәне иҫәпкә алып башҡарыла һәм социаль пенсияларҙың өҫтәмәһе 3,3 процент тәшкил итәсәк. Был яңылыҡ 4 миллион самаһы пенсионерға ҡағыла.

Әсәлек капиталын торлаҡ алыу өсөн ҡулланыу йәһәтенән өҫтәмә һаҡлыҡ саралары ғәмәлгә инә.

Кегта һатылған һыраны маркировкалай башлайҙар.

Страховкалаусылар клиенттарға страховка продуктының төп шарттары тураһында мәғлүмәт яҙылған документ бирә башлаясаҡ.

3 апрелдән

Инвалидлыҡты билдәләү өсөн нигеҙҙәр арттырыла. Бында һүҙ контракт буйынса ирекле хәрби берләшмәләрҙә хеҙмәт итеп сир йәки йәрәхәт алғандар тураһында ла бара.

28 апрелдән

Башҡарма власть органдары Берҙәм дәүләт реестрынан Гражданлыҡ хәле акттары яҙмаларын (ЗАГС) электрон формала алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Мәҫәлән, был реестрҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки никах теркәү тураһында мәғлүмәттәр бар.

29 апрелдән

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри кимәл урынлаштырыла.

2023 йылдың апреленән ғәмәлгә ингән яңы закондар һәм уларға аңлатмалар менән тулыраҡ Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин. 

Фото: avatars.dzeninfra.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: