Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 14:30

Икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Әммә алда тағы өс төрлө гранттар конкурсы көтә. Ҡатнашығыҙ! 

Икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды
Икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

30 мартта Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды БР Башлығының Икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы. Билдәле булыуынса был конкурста 2023 йылда граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерциялы булмаған һәм хөкүмәт ҡарамағында тормаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Конкурсҡа дөйөм суммаһы 630 миллион һумға торошло 407 проект ҡабул ителгән. Шула уҡ ваҡытта грант ярҙамының дөйөм бюджеты 163,1 миллион һум тәшкил итә, тимәк, көнәркәшлек ярайһы уҡ ҙур буласаҡ.

Иң әүҙемдәре булып Өфө (214 ғариза), Стәрлетамаҡ (24 ғариза), Нефтекама (13 ғариза), Сибай (8  ғариза) ҡалалары һәм Ғафури районы (12 ғариза) ойошмалары танылған.

Тапшырылған ғаризалар буйынса ҡарағанда, быйыл да түбәндәге йүнәлештәр алдынғылыҡты һаҡлаған:

- “Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, физик тәрбиә һәм спорт” (70 проект);

- “Социаль тәьминәт, айырым категорияға ҡараған халыҡты социаль яҡлау” (64 проект);

- “Мәҙәниәт, сәнғәт” (62 проект).

Әлеге мәлдә Фонд тарафынан ғаризаларҙың конкурс талаптарына ярашлылығы тикшерелә. Еңеүселәр 6 июндән дә һуңға ҡалмайынса грантыглавы102.рф сайтында иғлан ителәсәк.

Был конкурс Президент гранттары фонды тарафынан финанслауҙа ярҙам күрһәтеү иҫәбенә ойошторола.

Шулай уҡ быйыл Башҡортостан Башлығы гранттарына тағы өс йүнәлештә конкурстар үткәреләсәк:

- республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү (ғаризалар 11 апрелдән ҡабул ителә);

- йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарҙы яҡлау (2 майҙан);

- кинематография өлкәһендәге социаль проекттарҙы яҡлау (ғаризаларҙы ҡабул итеү датаһы өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: