Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 08:00

Күҙҙәрҙе аса доктор

7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һаулыҡ һаҡсыһы” конкурсы дауам итә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – табип-офтальмолог Ләлә Әнүәр ҡыҙы САЯПОВА

Күҙҙәрҙе аса доктор
Күҙҙәрҙе аса доктор

7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һаулыҡ һаҡсыһы” конкурсы дауам итә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – табип-офтальмолог Ләлә Әнүәр ҡыҙы САЯПОВА.

Ул Өфөләге Доктор Ҡаҙаҡбаев клиникаһында офтальмологик сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалау менән шәғөлләнә. Медицина өлкәһендәге стажы – 28 йыл. Юғары категориялы белгес.

Уның тураһында пациенттарҙың рәхмәт һүҙҙәрен йыш уҡырға тура килә. “Әхирәтем линзалар менән оҙаҡ ҡына йөрөгәндән һуң ошо табипҡа мөрәжәғәт иткән һәм артабан миңә лә кәңәш бирҙе”, – тип яҙа бер пациент. – “Ул миңә барыһын да аңлатты, тынысландырҙы, көтөп ултырған арала хатта сәй ҙә тәҡдим итте. Шуға мин операцияға ла ҡурҡмай ризалаштым һәм хәҙер Ләлә Әнүәр ҡыҙының дауаһынан бик ҡәнәғәтмен”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: