Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2023, 13:00

“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:“Үткән аҙнала Башҡортостанда өмәләр миҙгеле башланды".

“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси сәхифәһендә сираттағы пост ҡалдырған. Унда түбәндәге юлдар бар:

“Үткән аҙнала Башҡортостанда өмәләр миҙгеле башланды. Рәсми рәүештә кисә, 1 апрелдә. Ысынбарлыҡта иһә, күпселек муниципалитеттар, ҡар иреү менән, таҙартыу эшенә тотондо.

Яҙ эш күп: өмәлә ҡатнашыусылар ҡар ташланы, былтырғы япраҡтарҙы йыйҙы, ботаҡтарҙы ҡырҡты, урамдарҙы бысраҡтан таҙартты.

Бына беренсе һөҙөмтәләр:

- 19 100 кубометр ҡар һәм 4 500 тонна сүп-сар сығарылған
- 10 790 квадрат метр – ошо тиклем майҙанда таҙартыу эштәре башҡарылған

- 73 712 кеше һәм 1513 техник берәмек өмәләрҙә ҡатнашҡан.

Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Алда беҙҙе тағы бер нисә өмә һәм йыл һайын үткәрелә торған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы көтә.

Ул 29 апрелдә һәм 13 майҙа буласаҡ. 24 меңдән ашыу ағас ултыртасаҡбыҙ, 48 яңы тематик аллея булдырасаҡбыҙ”, - тип яҙа республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығының шәхси сәхифәһенән.

 

“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
“Ҡалаларын һәм ауылдарын йыйыштырырға сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт!”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: