Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2023, 09:00

Сильвестр Сталлоне Өфөгә килгән

Ниндәй елдәр ташланы икән беҙгә голливуд актерын?

Сильвестр Сталлоне Өфөгә килгән
Сильвестр Сталлоне Өфөгә килгән

Башҡортостанға голливуд актеры Сильвестр Сталлоне килде, тип яҙа “Уфа Башкортостан”.  Ул республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашып өлгөргән дә инде.

“Билдәле актерҙы беҙгә ниндәй елдәр ташланы икән?” тиһегеҙме.  

Ә эш бына нимәлә: баҡһаң, билдәле “Рокки” фильмының етенсе өлөшөн төшөрөргә уйлайҙар икән. Шуның бер нисә эпизодын республикабыҙ тауҙарында төшөрөргә ниәтләгәндәр - унда Сталлоне күнекмәләр үткәрәсәк.

Ә Башҡортостанда кино төшөрөү идеяһын уға күпбәйгесе Джефф Монсон тәҡдим иткән.

Фото: "Уфа Башкортостан".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: