Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2023, 14:10

Стратегик сессия йүнәлештәрҙе билдәләне

Өфө фән һәм технологиялар университеты системаларын ойоштороу буйынса Евразия фәнни-белем биреү үҙәге стратегик сессия ойошторған.

Стратегик сессия  йүнәлештәрҙе билдәләне
Стратегик сессия йүнәлештәрҙе билдәләне

Өфө фән һәм технологиялар университеты системаларын ойоштороу буйынса Евразия фәнни-белем биреү үҙәге стратегик сессия ойошторған, унда университет эксперттары һәм коллективы яңы һәм һөҙөмтәле ойоштороу системаһын булдырыу өҫтөндә эшләгән.

Стратегик сессия ҙур университеттың артабанғы йүнәлешенең векторын билдәләй.  
«Беҙ ҙур университет булдырҙыҡ һәм артабан хәрәкәт итергә тейешбеҙ. Коллектив Өфө университетының ойоштороу системаһы ниндәй булырға тейеш икәнлеген үҙе хәл  итергә тейеш.

Беҙгә таланттарҙы үҫтереү үҙәге булыр өсөн артабан көрәшергә кәрәк. Бар тәҡдимдәр юғары уҡыу йортоноң Күҙәтеү советында ҡараласаҡ», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов.

«Хеҙмәттәшлек итеп һеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ көсәйтәһәгеҙ»: эксперттар ошондай акценттарҙы билдәләне. Фән картаһында күренерлек булыу өсөн Өфө университетының кафедралары һәм факультеттары булған ресурстарын эреләтергә тәҡдим итте, продукттар һәм фәнни тикшеренеүҙәр портфелен ҡайтанан ҡарарға ниәтләне.

Яңы бүлексәләр иһә заманса, инновациялы образдарҙа буласаҡ тип күҙаллана һәм ул республиканан ситтә лә танылырға тейеш.

 «Беҙҙә уникаль компетенциялар  һәм көслө генетика мәктәбе, генетик коллекция бар, улар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк», - ти Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.

Стратегик сессияла ҡатнашыусыларға  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мөрәжәғәт иткән:

“Республика фән һәм мәғариф өлкәһенә ярҙам итеүҙе дауам итәсәк, был мәсьәләгә Башҡотостан Башлығы һәр саҡ етди иғтибар бүлә. Беҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы менән берлектә ҙур юғары уҡыу йорто булдырҙыҡ –  Өфө фән һәм технологиялар университеты. Хәҙер артабан алға барабыҙ. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге  стратегик сессия ойошторҙо, унда университет эксперттары һәм коллективы яңы һәм һөҙөмтәле ойоштороу системаһын булдырыу өҫтөндә эшләне. Стратегик сессия ҙур университеттың артабанғы йүнәлешенең векторын билдәләй. Университеттарҙы берләштереү  — яңы маҡсаттарға һәм инновацион һөҙөмтәләр алыуға  ҙур аҙым, тип билдәләгем килә”, - тине Максим Забелин.

Фото: Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: