Бөгөн республикала Баҡалы, Стәрлебаш, Туймазы, Шаран райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау бара.
Исемлектәргә 2-4 мең һайлаусы индерелгән, 21 һайлау участкаһы эшләй.
Һайлауҙарҙа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан 42 күҙәтеүсе ҡатнаша, мәғлүмәт "Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы" ассоциацияһы координаторҙары штабына ебәрелә.
Был штаб етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова Туймазы һәм Шаран райондарындағы бер нисә һайлау участкаларында булған. Уларҙың береһендә лә һайлау тәртибен боҙоуҙар теркәлмәгән.
Ул һәр участкала БР Йәмәғәт палатаһынан, "Берҙәм Рәсәй" партияһынан күҙәтеүселәр эшләүен билдәләй, һайлаусыларға бүләктәр әҙерләгәндәр.
Төшкә тиклем һайлаусылар бик әүҙем булмаһа ла, кискә улар артасаҡ, тип күҙаллайҙар.
Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы мәғлүмәттәре буйынса 10.00 сәғәткә һайлаусылар килеүе 2,2% (549 кеше), 12.00 сәғәткә - 5,8 % ( 1421 кеше) тәшкил иткән, 3,7 % алдан тауыш биргән.
Участка һайлау комиссияларына төрлө партия вәкилдәре, бюджет тармағында эшләүселәр инә.
Ҡануниәткә ярашлы, һайлау участкалары тейешлесә йыһазландырылған, ковидҡа ҡаршы саралар күрелгән.
Фото: op.bashkortostan.ru