Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2023, 15:00

100 йәш тулыуға артыҡ күп тә ҡалмағайны...

Мәсетлеләр һуңғы ветераны менән хушлашты

100 йәш тулыуға артыҡ күп тә ҡалмағайны...
100 йәш тулыуға артыҡ күп тә ҡалмағайны...

Сығышы менән Мәсетле районынан булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Таиф Зарипов яҡты донъя менән хушлашты. Уға 99 йәш ине.

Таиф Хәким улы 1924 йылдың 31 ғинуарында Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында тыуған. Уға киләһе йылға 100 йәш тулыр ине, тип хәбәр итте Мәсетле районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Һуғыш башланғанда Таиф Зариповҡа 17 йәш була. Йәш офицер курсы үткәндән һуң, Беренсе Украина фронтына эләгә. Ул Днепр өсөн ҡаты алышта ҡатнаша. Таиф Хәким улы I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградланған.

Ветеранды Ғафури районының Сәйетбаба ауылында ерләйәсәктәр. Һуңғы йылдарҙа Таиф Хәким улы бында ҡыҙының ғаиләһендә йәшәгән.

Фото: Мәсетле районы хакимиәте.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: