Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2023, 14:15

Гранттарға конкурс башлана

Грант ярҙамының иң ҙур күләме – өс миллион һум

Гранттарға конкурс башлана
Гранттарға конкурс башлана

11 апрелдә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын биреүгә конкурс башлана.

Грантҡа дәғүә иткән ойошма республика биләмәһендә теркәлергә һәм эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға тейеш. Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырған осраҡта ойошманың Рәсәйҙең бүтән төбәгендә теркәлеүе лә ихтимал. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға йәнә бер мотлаҡ талап – дәүләт теркәүе үтеүгә кәмендә бер йыл булырға тейеш.

Грантҡа дәғүә итеүселәр үҙҙәренең проекттарында мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен хәл итә ала.

Конкурста еңгән осраҡта бер проектҡа грант ярҙамының иң ҙур күләме – өс миллион һум. Былтыр был конкурста коммерцияға ҡарамаған 28 ойошма еңеп сыҡҡан. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-манси автономиялы округында һәм башҡа төбәктәрҙә башҡорт телен, башҡорт халҡының тарихын һәм фольклорын өйрәнеү курстары ойошторола. Ҡайһы бер проекттар уҡыу ҡулланмалары һәм дидактик материалдар төҙөүгә йүнәлтелә. Йәштәрҙе туған телде өйрәнеүгә йәлеп итеп маҡсатында видеояҙмалар, йәнһүрәттәр сығарыла. Конкурс нигеҙендә шулай уҡ республикала йәшәгән халыҡтарҙың телдәре, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында фестивалдәр, башҡа саралар уҙғарыла.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 10 майға тиклем конкурстың https://грантыглавы102.рф рәсми сайтындағы ғаризаны тултырырға кәрәк.

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: