Билдәле булыуынса, уҙған аҙна аҙағында республиканың рәсми делегацияһы Абхаз Республикаһында булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның белдереүенсә, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” һәм балаларҙың йәйге ялы программалары бынан ары Абхазияла ла тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.
– Был республика төрлө яҡлап лайыҡлы үҫешә. Беҙ уларға Башҡортостандың инвестиция-иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәттек, яңы хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләнек. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу ике яҡ өсөн дә отошло. Шулай уҡ Абхазияның туристик мөмкинлектәре киң. Дөйөм туристик проекттарҙы тормошҡа ашырырға килештек, шул иҫәптән дәүләт программалары буйынса ла. Беҙҙең өлкәндәр ҙә, балалар ҙа был матур республикала ял итә аласаҡ, – тине Андрей Назаров.
Ике республиканың иҡтисад министрлыҡтары хеҙмәттәшлек буйынса меморандумға ҡул ҡуйған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, республикала коронавирус менән сирләү кәмей башлаған. Уҙған аҙнала сирҙең 917 осрағы асыҡланған, был алдағы ете көндәге менән сағыштырғанда байтаҡҡа әҙерәк.
Министр белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе буйынса, хәҙер беҙҙең йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре ауырыуҙарҙы коронавирус ҡына түгел, башҡа инфекциялы сирҙәр менән дә ҡабул итә башланы. Улар араһында киҫкен респиратор сирҙәр, сысҡан биҙгәге, балалар инфекциялары бар.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова республикала өмәләр барышы тураһында һөйләне. Шулай итеп, ҡалалар урамдарын һәм ихаталарын таҙартыу саралары 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Ә 29 апрелдә һәм 13 майҙа “Йәшел Башҡортостан” акциялары үтәсәк. Уның сиктәрендә 48 тематик аллея һәм 24 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәсеүгә әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта 11 районда ужым культураһын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эше бара. 22 район орлоҡто ағыулай башлаған.
– Ужымдың 94 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә, алты проценты – насар ҡышлаған, – тине ул.
Быйыл яҙғы культураларҙы 1,44 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү планлаштырыла. Был былтырғы кимәл менән сағыштырғанда 97,5 процент тәшкил итә (55,7 мең гектарға әҙерәк). Ҡыҫҡартыу ужым культураларын сәсеү майҙандарын арттырыу менән компенсациялана. Быйыл ул 56 мең гектарға күберәк сәселгән, барлығы 319 мең гектарҙа. Техник культуралар 2022 йыл менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа күберәк сәселәсәк. Башлыса шәкәр сөгөлдөрөн һәм майлы культураларҙы сәсеү артасаҡ.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бойҙай, ҡуҙаҡлы бойҙай һәм бөртөклө культуралар орлоҡтары менән республиканың хужалыҡтары тулыһынса тәьмин ителгән. Барлығы 285 мең тонна (планға ҡарата 101 процент) үҙебеҙҙең орлоҡ әҙерләнгән, уларҙың 41,6 тоннаһы – “элита”лы һәм “суперэлита”лы.
Кәңәшмәлә күтәрелгән башҡа темалар шулай уҡ башлыса төҙөкләндереү һәм яҙғы әҙерлеккә ҡағылды. Ирина Голованова “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һәм Өфө парктарын тәртипкә килтереү тураһында һөйләһә, транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов тәү сиратта ремонтланасаҡ төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдар тураһында әйтте. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Башҡортостандың Үзбәкстан, Беларусь, Иран Ислам Республикаһы менән тура авиабәйләнеш булдырыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ул шулай уҡ “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты сиктәрендә һәм, дөйөм алғанда, республикаға туристик ағымды аттырыу өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Фото: ufa.bezformata.com