Миәкә районының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре тыуыуы тураһында акт теркәлгән.
Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Рита Прожейко тантаналы шарттарҙа игеҙәктәрҙе теркәп, ата-әсәләренә балаларҙың тыуыу таныҡлығы тапшырған.
Раушания һәм Илназ Әхмәровтарҙың ғаиләһе бер юлы ике баһадирҙай улдар менән тулыланған. Ағайҙары янына Әмирхан һәм Тимерхан исемле ҡустылары өҫтәлгән. Өс улдары киләсәктә аталарына ярҙамсы, әсәләренә- яҡлаусы булып үҫерҙәр.
Сабыйҙар имен-һау үҫһен, бәхетле булһындар!
Фото: БР юстиция дәүләт комитеты сайтынан.