Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2023, 10:27

Ағиҙел аръяғы үҫешә

Яңы биҫтә барлыҡҡа килә.

Урбанизация көсәйгән заманда ғүмер итәбеҙ. Халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, күпләп ҡалаға күсенеүе йылдам дауам итә, был ағым йылдан-йыл көсәйә генә бара. Ауыл кешеләре район үҙәктәрендә төпләнергә теләй, үҙ сиратында, район үҙәгендәгеләр ҙур ҡалаларға ашыға, унда барып бәхетен һынап ҡарай. Йыраҡ йөрөйһө түгел, миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө ҡалаһына ла күпләп ағылалар. Шулай икән, ниңә баш ҡалабыҙ ай үҫәһен көн үҫмәһен, ти! Фатир хаҡы тәңгәлендә Мәскәү, Санкт-Петербургтан саҡ ҡына ҡалышҡан Өфө тиҙ үҫешә.

Өфөлә Дим, Затон, Шаҡша, Нижегородка, Инорс, Сипайлово кеүек эре биҫтәләр бар, ваҡтарын һанап тораһы ла түгел. Улар башлыса ҡаланы уратып алған һәм һаҡсы ролен дә үтәгәндәй тойолалар. Был проекттарға тағы ла берәү өҫтәлде – Ағиҙел аръяғы. Ул Ағиҙел йылғаһының аръяғында урынлашҡан.

Баҡтиһәң, ҡаланан көнбайышта ятҡан Затон менән Дим биҫтәләре араһында уңайлы ғына бер урын тороп ҡалған. Нәҡ шунда "Ағиҙел аръяғы" тигән өр-яңы биҫтә төҙөлә лә инде. Ошонда республика етәкселеге яҡынса 10 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе хәл иткән, унда кәмендә йөҙ мең кеше йәшәйәсәк, тип фараз ҡылалар. Ул өс мең гектарға яҡын майҙанды биләйәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселек иткән Төбәкте үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы "Ағиҙел аръяғы" биҫтә­һендә инженер инфраструктураһы төҙөүҙе хуплаған, ғөмүмән, респуб­ликабыҙҙа тормошҡа ашырыласаҡ был проектҡа ыңғай ҡарашын белдергән. Мәскәү хәтлем Мәскәүҙә юғары вазифа биләгән чиновниктар был турала белгәс, яңы биҫтәнең ҡалҡырына тамсы ла шик юҡ. Уның "Стимул" федераль программаһына инеүе айырыуса шатлыҡлы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ошо биләмәгә сәфәр ҡылып, һыу үткәргестең төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Ул төҙөлөп бөтһә, Ағиҙел аръяғы халҡы тулыһынса һыу менән тәьмин ителәсәк. Радий Фәрит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, Ағиҙел аръяғы – ҙур проекттарҙың береһе, республика етәкселеге федераль аҡсаны юллаған.

– Ағиҙел аръяғы – Башҡортостан өсөн үтә мөһим дә, перспективалы ла проекттарҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Беле­үебеҙсә, Өфө ҡалаһы ике йылға араһында урынлашҡан. Шул сәбәпле, күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн өр-яңы майҙан эҙләгән ваҡытта ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар килеп тыуа. 15 йыл һуҙымында йыл да 440 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшы­рыласаҡ. Ошо программаны тормошҡа ашырғандан һуң йөҙ меңдән ашыу ғаилә торлаҡлы буласаҡ. 

Ағиҙел аръяғы биҫтәһендә йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙы­рыласаҡ, кешеләр эш менән тәьмин ителәсәк, ял урындары һәм мәҙәниәт усаҡтары буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, заманса йәшәү урыны ҡалҡасаҡ.


И. Үргенов

Читайте нас: