Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2023, 10:36

Ауылдарҙың йөҙө үҙгәрә

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй.

Балаҡатай районы халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл райондың 10 ауыл биләмәһендә йыйылыштар үткәрелде. Майғаҙы, Соҡалы һәм Айҙаҡайҙа йәшәүселәр мәҙәниәт йорттарын ремонтлау буйынса проекттарҙы һайлаған. Апут һәм Ҡараҡай ауылдарында башланғыс мәктәп ҡоймаларын ремонтларға теләйҙәр. Ләүәле ауылы халҡы паркта яңы спорт ҡорамалдары ҡуйырға ҡарар иткән. Түбәнге Исҡуш ауылында шишмәгә илткән иҫке ағас баҫҡысты алмаштырыу өсөн тауыш бирҙеләр. Айғыръял халҡы Заречная урамын яҡтыртыуҙы хәстәрләргә ҡарар иткән. Әбсәләм һәм Ҡәҙер ауылдарында зыярат ҡоймаһын төҙөкләндереү өсөн материалдар һатып алынасаҡ.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Мәҫәлән, Yтәш ауыл биләмәһендә  байтаҡ эштәр башҡарылған: Yрге Yтәштә зыярат кәртәлән­гән, Түбәнге Yтәш ауыл мәҙәниәт йортона йомшаҡ ултырғыстар, шулай уҡ Красный Пахарь ауыл клубына музыка аппаратураһы алынған. Был шәп программа биргән мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағанда, ауыл халҡы үҙенең генә көсөнән килмәҫтәй проблемаларҙы хәл итә ала.

Тәүге йыйылышта Апут ауылында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы халыҡты программаның маҡсаты һәм конкурста ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы. Халыҡ бер тауыштан мәктәп биләмәһен кәртәләү кәрәклеген белдерҙе. Был эш белем усағының тышҡы йөҙөн булдырыу өсөн дә, шулай уҡ уҡыусыларҙы уҡыу процесында сит кешеләрҙән, сәскәлектәрҙе һәм үҫентеләрҙе мал һәм ҡарауһыҙ хайуандарҙан һаҡлау өсөн дә кәрәк.

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм инфраструктураны яңыртыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән программа ярҙамында халыҡ үҙ теләге менән тыуған төйәгендә йәшәү сифатын яҡшырта ала. Бөтә ауыл биләмәләренең дә проблемалары бер үк тип әйтергә була: төҙөкләндереү, инфраструктураны яңыртыу, социаль объекттарҙы ремонтлау...

Кәркәй ауылының башланғыс мәктәп-“Ләйсән” балалар баҡсаhы был программала беренсе тапҡыр ҡатнаша. 2023 йылда был программаға Билән ауыл биләмәhендәге ике ауылы – Ҡараҡай һәм Ҡәйүп ауылдарының халҡы ла ҡушылырға ҡарар итте. 2022 йылдың декабрендә уларҙа йыйылыштар уҙҙы, 2023 йылда ошо программаға ҡатнашыу өсөн тәү сираттағы проблемалар раҫланды. “Киҙеү сәбәпле, йыйылышта ҡатнашыусылар аҙ булды, шулай ҙа ике проектты тикшерҙек. Был проекттар — халыҡтан һәм ата-әсәләрҙән һорау алыу һәм анкета тултырыу һөҙөмтәһе. Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән ике проекттың береһен һайланы. Күпселек тауыш менән башланғыс мәктәп-“Ләйсән” балалар баҡсаhының ҡоймаһын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт үткәрергә ҡарар ителде”, – ти улар.

Билән ауыл биләмәhендәге шәхси эшҡыуарҙар ҙа был эште атҡарыуҙа аҡсалата ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ауылда тыуып, хәҙерге көндә ситтә йәшәгән яҡташтарҙың да булышлыҡ итергә теләге бар. “Ауыл халҡы, хеҙмәткәрҙәр һәм балаларҙың ата-әсәләре киләсәктә уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр һәм беҙҙең учреждение матур төҫ алыр тигән ышаныста ҡала, сөнки ул бөгөн ике ауылдың йөҙө булып тора. Проектыбыҙ енеүселәр иҫәбендә булыр тип өмөт итәбеҙ”, – ти кешеләр.

Атарша ауыл биләмәһе лә был программала ҡатнаша. Декабрҙә Ҡәҙер ауылында мәҙәниәт йортонда йыйылыш үткән. Унда халыҡ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы, уны Башҡортостан Республикаһында, районда тормошҡа ашырыу менән танышты. Кешеләрҙән программала ҡатнашыу һәм уның аша хәл итергә мөмкин булған проблемаларҙы һайлау буйынса һорау алыу үткәрелде.

Йомғаҡлау йыйылышында ошо программала ҡатнашасаҡ өҫтөнлөклө проект – Ҡәҙер ауылында зыярат ҡоймаһын ремонтлау эше һайланды. Йыйылыш барышында инициатив төркөм һайланды. Улар халыҡҡа конкурсҡа әҙерлек барышы, проектты тормошҡа ашырыу этаптары, төрлө саралар ойоштороу тураһында мәғлүмәт биреү менән шөғөлләнә. Әгәр халыҡ бындай программаларҙа әүҙем ҡатнашһа, конкурс буйынса һайлап алыу мөмкинлеге бар.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы тормошобоҙға йылдан-йыл нығыраҡ үтеп инә бара. Был – республика бюджетының, урындағы бюджеттың финанс ресурстарын һәм халыҡтың үҙ өлөшөн берләштерергә мөмкинлек биргән механизм. Ә иң мөһиме: халыҡ тәү сираттағы бурысты үҙе билдәләй. Мәҫәлән, Айҙаҡай ауылы халҡы йыйылышта бер тауыштан “Айҙаҡай ауылы мәҙәниәт йортоноң инеү урынын ремонтлау” проектын һайланы. Программаны яҡлап, Айҙаҡай ауылында мәҙәни саралар уҙғарыла. Ауыл халҡы еңеүгә өмөтләнә һәм ышаныслы рәүештә үҙ маҡсатына табан бара.

Майғаҙы ауылында ла программала ҡатнашырға ҡарар иткәндәр. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан ауыл мәҙәниәт йорто бинаһындағы тәҙрә блоктарын алмаштырыуҙы һайлаған. Инициатив төркөм составына ауыл биләмәһе яҙмышына битараф булмаған, эште ойоштора һәм халыҡҡа проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт еткерә белгән әүҙем кешеләр ингән.

Түбәнге Исҡуш ауылында Исҡуш йылғаһының һул яры буйлап ултырған Һартағол урамынан хәҙерге Болон урамы барлыҡҡа килә. Был урамда йәшәүселәр эсәр һыу сығанағы булараҡ шишмәне файҙаланған. Уҙған быуаттың 60-сы йылдар аҙағында шишмәне ағас ҡойма менән уратып алалар һәм уның янында шыршылар ултырталар. Халыҡ ҡойманы һәм ағас һыу алыу ҡоролмаһын бер нисә тапҡыр алмаштырған. 2015 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса бүленгән аҡсаға шишмәне һәм уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Тимер-бетон дүңгәләктәр ҡуйылған, шишмә тәрәнәйтелгән. Биләмәһен евроштакетниктан заманса ҡойма менән уратып алғандар, беседка, яндауырлы ағас баҫҡыс төҙөгәндәр, шуның менән ауылдың тышҡы йөҙөн яҡшыртҡандар.

“Шишмә беҙгә тоғро хеҙмәт итә, таҙа һәм шифалы һыу бүләк итә, йәйге эҫе көндәрҙә һалҡынса һыуы менән тынысландыра. Бынан тыш уның янында йыш осрашабыҙ, аралашабыҙ”, – ти ауыл халҡы.

Бөгөн ағас баҫҡыс яраҡһыҙға әйләнгән. Баҫҡыстар серегән, таянғыстар ҡыбырлай. Һыуға килгән кешегә, айырыуса өлкәндәргә йығылыу ҡурҡынысы янай. Битараф булмаған ауыл халҡы баҫҡысты даими ремонтлай, әммә был проблеманы хәл итмәй – яңы капиталь тимер ҡоролма кәрәк.

Шуға күрә Түбәнге Исҡуш ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ” итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.

324 кеше йәшәгән Соҡалы тигән бәләкәй, әммә татыу ауылда клуб бинаһы бар. Ул 1968 йылда төҙөлгән. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бина бик яҡшы һаҡланған. Ошо йылдар эсендә бында бер генә тапҡыр капиталь ремонт үткәрелгән. 2019 йылда тәғәйен программала ҡатнашып, клуб ҡыйығын профнастил менән япҡандар.

Ауыл клубы – берҙән-бер мәҙәни һәм күңел асыу урыны. Бында төрлө йәштәге кешеләр килә. 10 түңәрәк эшләй.

Уҙған йыйылыштарҙан һуң ауыл халҡы матди һәм матди булмаған ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе һүтеп, төҙөлөш сүп-сарын сығарып түгергә ярҙам итте.

Ләүәле ауылы халҡы бер тауыштан “Ләүәле ауылы паркындағы спорт майҙансығын төҙөкләндереү өсөн урам тренажерҙары һатып алыу” проекты менән программала ҡатнашырға ҡарар итте. Был проект өсөн берҙәм тауыш бирҙеләр, инициатив төркөм һайланды, халыҡтың йыясаҡ иғәнә өлөшө тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Урғалы ауыл хакимиәтенә алты ауыл инә. Шуларҙың араһында Әбсәләм үткән йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында өсөнсө урын яулаған. Был яҡшы хәбәр ауыл халҡына дәрт өҫтәп ебәрә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға тәҡдим булғас та кешеләр дәррәү ризалаша. Ауылда башланғыс мәктәп, ауыл клубы, Калинин исемендәге ауыл хужалығының фермаһы бар. Йәштәргә яңы клуб кәрәк, кемделер юлһыҙлыҡ борсой, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә проблема бар. “Йыйылышта тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан иң лайыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип зыяратты кәртәләүҙе һананыҡ. Ағас тиҙ сереү сәбәпле, ҡойма 10-12 йылда ҡолай башлай. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостанды тоташтырған юлда урынлашҡан зыярат тимер бағаналар, евроштакетник менән кәртәләнеп ҡуйылһа, матур ҙа булыр һәм оҙаҡ йылдарға етер. Был – бик кәрәкле эш, сөнки мәңгелек йортобоҙ бөхтә, таҙа булырға тейеш. Ауыл халҡы йыл һайын өмәләр үткәреп, уны йыйыштыра. Беҙҙең проект еңеүселәр иҫәбендә булыр тип өмөт итәбеҙ”, – ти урындағы халыҡ.

Әлеге мәлдә инициатив төркөм өйҙәр һанын һәм унда йәшәүселәрҙе билдәләп сыҡҡан һәм халыҡтан аҡса йыясаҡ. Ауыл биләмәһендәге бөтә шәхси эшҡыуарҙар ҙа был эште атҡарыуҙа ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Әбсәләм ауылынан сыҡҡан һәм әлеге мәлдә ситтә йәшәгән яҡташтары ла, шулай уҡ башҡа ярҙам итергә теләге булғандар ҙа эшкә йәлеп ителәсәк. Проекттан артып ҡалған аҡсаға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеге яҙылған таҡтаташ асырға уйлайҙар.

Айғыръял ауылы халҡы был программала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Оло мәсьәләләрҙең береһе булып урамдарҙы яҡтыртыу тора,  сөнки ул яр буйында, урманлыҡта урынлашҡан. Балалар мәктәпкә барыр өсөн автобусҡа иртә ҡараңғыла сыға, урамдар тар – былар бөтәһе лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Мәсьәләне хәл итеү көнкүреште яҡшыртыр һәм көсөргәнеште кәметер ине.

Балаҡатай районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альберт Рәжәп улы Шафиҡов әйтеүенсә, халыҡ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Программаны тормошҡа ашырыу барышында балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, ауыл мәҙәниәт йорттарының ҡыйыҡтары, тәҙрәләре, иҫке һыу үткәргес участкалары ремонтланған, ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн музыка ҡорамалдары һатып алынған, тораҡ пункттар эсендә юлдар ремонтлана, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла, балалар баҡсалары, мәктәптәр, шишмәләр, зыяраттар биләмәләре төҙөкләндерелә.

Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: