Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2023, 10:26

Таҙа Бөрйән бал ҡорто аҙ ҡалған

Белгестәр тәжрибә уртаҡлашты.

Күптән түгел  Исламбай ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ҙур сара үтте.  Байрам рәүеше алған сараға абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Саха (Яҡут) Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте Хакимиәтенең Контроль һәм документтар алып барыу департаментының өлкән референты Вера Захарова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Шәйҙуллин, филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова ҡатнашты. Шулай уҡ Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен райондарының «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауылдары вәкилдәре саҡырылғайны.

Исламбайҙар ҡунаҡтарҙы таҡмаҡ, йыр-бейеү, һыйлы табын, эҫе сәй менән ихлас ҡар­шы алды. Байрамда ҡатнашыусылар ҡорт­солоҡҡа һәм халыҡ кәсептәренә бағыш­ланған күргәҙмәләрҙе ҡарап, буҙа, ҡорот, талҡан, ҡурмас кеүек милли ризыҡтарҙан, Аҫҡар уҙаманы, тәжрибәле ҡортсо Әйүп Йомағужиндың солоҡ балынан ауыҙ итте.

Бөрйән балы данын донъяға таратыуҙы маҡсат итеп алған фәнни-ғәмәли конференцияны Ғәзиз Манапов асып, унда ҡатнашыусыларҙы  сәләмләне.

 – Башҡортостан, Бөрйән районы биләмәһе бал ҡорттарына зарар килтергән ҡоротҡостарҙың бер төрө  –  тропилелапсоз ауырыуын таратҡан тропик талпан инеү ҡурҡынысы янай. Шуны иҫәпкә алып, республикала беренселәрҙән булып ошо ауырыуға ҡаршы көрәшеүҙең ысулдарын билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡортсолар менән кәңәшләшеү өсөн йыйылдыҡ бөгөнгө сараға. Ә инде «Айыҡ ауыл» конкурсына килгәндә, бындай саралар республиканың үҫешенә ҙур йоғонто яһай, башҡорт халҡының һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итә. Унда ҡатнашҡан ауылдарҙың барыһын да еңеүсе тип иҫәпләйем, сөнки улар айыҡ тормош рәүешенә ынтыла, ыңғай тәжрибәләр үҙләштереп, боронғо йолаларҙы тергеҙә, яңыларын булдыра,  –  тине Ғәзиз Миңләхмәт улы.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша тәбрикләне.

–  Башҡорт балы – татлы ризыҡ ҡына түгел, ә республикабыҙ бренды. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, яҡлау – изге бурыс. Был эштә дәүләт тә, йәмәғәтселек тә берҙәм булырға тейеш. Мәғлүм булыуынса, ойошма вәкилдәре республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте һәм башҡорт бал ҡортона арналған махсус көн билдәләүҙе һораны. Был, башҡорт бал ҡортон, балын танытыуға булышлыҡ итеү менән бер рәттән, тармаҡҡа ҡағылышлы проблемаларға ла иғтибарҙы йәлеп итәсәк, –  тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Саха Республикаһы  вәкиле Вера Захарова яҡут телендә сәләмләне һәм тарихи ерҙәрҙә – Урал батыр төйәгендә булыуына ҡыуанып бөтә алмауын белдерҙе. Вера Николаевна «Урал батыр» эпосын саха теленә тәржемә итеп, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын үҙ халҡы араһында пропагандалау эшен алып бара. Башҡорт балаларының эпосты бәләкәйҙән ятҡа белеүенә лә һоҡланыуын белдерҙе, үҙ халҡының йәшәйеше, йолалары, байрамдары тураһында һөйләне.

– Алкоголизм  –  кешелектең уртаҡ проблемаһы. Беҙҙең республикала 420 ҡасабаның 200-ҙән ашыуы закон кимәлендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙан баш тартты. Башҡа урындарҙа алкоголь һатыуҙың ваҡыты сикләнгән. Бындай эштәр ундай эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы күпкә кәметте. Беҙҙә лә айыҡ тормош алып барыу буйынса саралар уҙғарыла, әммә һеҙҙәге кеүек ҙур күләмдә, яҡшы приздар билдәләнгән конкурсты тәүгә күрәм. Һәр халыҡ үҙ телен, йолаларын, кәсептәрен һаҡларға, яҡларға тейеш, –  тине Саха ҡунағы.

Артабан һүҙ күрше райондар вәкилдәренә бирелде. Улар, Исламбай ауылы халҡын тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

– Аҫҡар ауыл биләмәһе «Айыҡ ауыл» конкурсында республика кимәлендә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Ауыл биләмәһенә ҡараған Брәтәк ауылы менән 2020 йылда был конкурста 3-сө урын яуланыҡ. Приз аҡсаһына балалар өсөн ял һәм спорт майҙансығы төҙөнөк. Быйыл Исламбай ауылы халҡы көсөн һынай. Конкурс барышында көн һайын тиерлек саралар ойошторолдо, бик күп файҙалы эштәр башҡарҙыҡ. Атай-олатайҙарыбыҙҙың онотолоп барған кәсептәрен иҫкә төшөрөп, тергеҙеү өҫтөндә эшләнек, балаларға өйрәтергә тырыштыҡ, –  тине Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев.

Артабан конференция үҙ эшен башланы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Шәрипов районда бал ҡорттарының тоҡом составының торошо, инвазив ауырыуҙарҙы профилактикалау, нәҙекәйбилдәрҙе тәрбиәләүҙә ветеринар ҡағиҙәләр буйынса сығыш яһаны. Ул, ҡорттарҙың генетик торошон өйрәнеүен һөйләп, тоҡомдарҙы айырырға өйрәтте, тропи һәм варроа талпандарының айырмаһын аңлатты. Үҙенең күҙәтеүҙәре буйынса Ырғыҙлы, Мәҡсүт, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Байназар ауылдарында беҙҙең ҡорттарҙың ситтән  индерелгәне менән бигерәк тә ныҡ буталыуын белдерҙе.  Таҙа Бөрйән ҡорттары Аҡбулат, Кейекбай ауылдарында, Йомағужиндарҙың умарталығында һаҡланып ҡалған. Уларҙы артабан үрсетеү буйынса эштәр башҡарыласағын белдерҙе.

Район ветеринария станцияһы етәксеһе Зәбир Аратов балға ветеринар-санитар тикшереү үткәреүҙең талаптары, Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан сығарылған экспертиза-тикшереүҙәренең яңы ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Умарталыҡтың ветеринар-санитар паспорты, бал продукцияһына ветеринар оҙатыу документтары, бал ҡорттарына ҡарата ҡулланылған ветеринар препараттар буйынса мәғлүмәттәр булырға тейеш. Был талаптар күргәҙмәләргә ҡуйылған, һатыуға сығарылған бал продукцияһына ғына ҡағыла, тине.

Биология фәндәре докторы, БДАУ профессоры, «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының баш фәнни хеҙмәткәре Фитрат Йомағужин урындағы бал ҡорттарын тәрбиәләү үҙенсәлектәре, бөрйән бал ҡорто, солоҡсолоҡ тураһында сығыш яһаны. Бөрйән бал ҡортоноң башҡа тоҡомдарҙан айырмаһы, үҙенсәлектәре, өҫтөнлөктәре, балдың составы тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ күҙәтеүҙәр һәм тикшереүҙәр ярҙамында уларҙы үрсетеү, селекция эше менән шөғөлләнеү  өсөн уңайлы булған дүрт ландшафт зонаһын билдәләүҙәрен белдерҙе.

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы директорының матди-техник тәьмин итеү һәм ҡортсолоҡ буйынса урынбаҫары Радик Ғәлин ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡортсолоҡ эше тураһында һөйләне. Ҡурсаулыҡта алты умарталыҡ, 74 солоҡ, 534 баш умарта иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡ тарихында был – иң ҙур һан, тип белдерҙе ул. Аграр университет базаһында ҡорттарға генетик анализ үткәреп, 70 күстең берәүһе талаптарға тура килмәүен билдәләгәндәр. Бөрйән ҡортон һаҡлау маҡсатында булдырылған «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына ҡорттарҙы үрсетеү һәм уларҙы һатыу буйынса эштәрҙе көйгә һалырға кәрәк тигән тәҡдим әйтелде.

Сара барышында күп һорауҙар бирелде, тәҡдимдәр яңғыраны. Ғәзиз Миңләхмәт улы, конференцияны йомғаҡлап, ситтән ҡорттар индереүҙе туҡтатырға, ауылдарҙа ситтән килгән ҡорт барлығы һиҙелһә, район ветеринария станцияһына хәбәр итергә, башҡа райондарҙы ла был тыйыуҙы үтәргә саҡырҙы.

Конференция тамамланғас, ауыл оҫталары Рәйес Ибраһимов менән Ғәлинур Хәйбуллин солоҡ юнып күрһәтте.

Сараның икенсе өлөшөндә күрше райондар командалары менән бәйгеләр, балалар өсөн уйындар ойошторолдо. Һунар саңғыларында, ҡаргиҙәрҙәрҙә уҙышып, йәйәнән уҡ атып ярыштылар. Һөҙөмтәләр буйынса 3-сө урынға Ишембай, 2-се урынға – Хәйбулла райондары, 1-се урынға Исламбай ауылы командаһы лайыҡ булды.

 
Гөлүзә  ХАФИЗОВА

Бөрйән районы.

Читайте нас: