Интернетта киң таралған видеоны күргәнһегеҙҙер. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы магазин алдында сабыш аты тыныс ҡына хужаһын көтөп тора... Әле уның хужаһы билдәле булды.
Ул - Ғайса Ишмөхәмәтов (ейәнсуралар үҙҙәре был кешене Фәнис Ишмөхәмәтов, ти. Күрәһең, интервью алған репортерҙар яңылышҡан). Mash Batash баҫмаһына бына нимәләр һөйләгән ул:
- Оҙайлы ҡыштан һуң аттарға иркендә йөрөргә кәрәк. Юғиһә сабыштарҙа йәрәхәт алыуҙары мөмкин. Ҡар күп булды быйыл, шуға юлдарҙан йөрөнөк. Магазинға ла барабыҙ. Атым өркәк түгел, өйгә лә килеп инә, магазинға ла инеүе ихтимал. Ә магазинға барғанда кем видеоға төшөргәнен дә белмәнем. Ишек алдында атты бәйләр урын юҡ ине, шуға баҫҡыста тороп ҡалды.
Беҙ күп урындарҙа ат сабыштарында ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙҙәге һабантуйға ғына түгел, Күгәрсен, Баймаҡ, Хәйбулла райондарына, Ырымбурға ла ярыштарға барабыҙ. Минең атым башҡорт фестивалендә ете километрға сабышта беренсе килеп, 100 мең һум аҡса ла отто.
Бына магазинға барған аттың тарихы ошондай. Уңыштар, еңеүҙәр!
Фото: видеонан скриншот
Сығанаҡ: https://vk.com/mash_batash?w=wall-205750428_15311