Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн сертификаттар бирелә. Баймаҡ районынан өс кеше тиҙҙән торлаҡлы булыу бәхетен кисерәсәк. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.
"Нәргизә Хоҙайбирҙинаға, Гүзәл Иҙрисоваға һәм Илнур Йосоповҡа сертификат тапшырылды. Был - сертификат етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға социаль түләү.
Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм бәхет, һаулыҡ, именлек теләйем!" - тигән ул.
Беҙ ҙә йәштәрҙең оло ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.