Торған ерен тыуған төйәгендәй күреп, ныҡлы тамырҙар ебәреп, яҡты уйҙар һәм хыялдар менән йәшәгән эшһөйәр килендәр менән таныштыҡ Борайҙа.
Һәр кемде үҙенә генә хас булған яҙмыш йөрөтә торғандыр. Борайҙың 1-се урта мәктәбе ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Роза Ҡотлобай ҡыҙы Адыева – Белорет ҡыҙы. 1981 йылда кейәүгә сыҡҡас, яҙмышы уны тап ошо бәрәкәтле Борай еренә алып килә.
Мәктәптә Асыҡ ишектәр көнө үткәрелгән күңелле мәлгә тап килдек. Ата-әсәләр балалары туҡланған ашхананың эше менән танышырға, аш-һыуын тәмләп, сифатын баһаларға килгән. Әйтеүҙәренсә, аш-һыу тел тейҙерерлек түгел, тәмле һәм ҡайнар көйө өҫтәлгә бирелә. Сифатлы аҙыҡ-түлекте Нефтекама эшҡыуарҙары килтерә.
– Бригадабыҙҙа биш кеше эшләй. Иртәнге сәғәт 7-лә эш башлайбыҙ. Килгәс тә меню менән танышам. Бөтә күңелебеҙҙе һалып, балалар рәхәтләнеп ашаһын, тәрилкәһен ялт иттереп ҡуйһын өсөн тырышабыҙ инде, –тип йылмая Роза ханым. – Көн һайын балалар менән аралашыу, уларға тәмле аш-һыу әҙерләү ҡәнәғәтлек тойғолары ғына уята. Һәйбәт туҡланыуҙың сәләмәтлек нигеҙе, күтәренке кәйеф сығанағы икәнен яҡшы аңлап эш итәбеҙ.
Мәктәптең медицина кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльмира Ҡасимова - Ғафури районы ҡыҙы. Борайға килен булып төшкәненә лә 15 йылдан ашыу. Ул да ашхананың эше, балаларҙың яҡшы туҡланыуы өсөн яуаплы.
“Документтарҙы тултырыу менән бергә аш-һыуҙың тәмен, сифатын тикшерәм. Аҙыҡ әҙерләү блогы хеҙмәткәрҙәренең, уҡыусыларҙың сәләмәтлеге минең яуаплылыҡта. Ҡайһы саҡта балаларҙың юғары тән температураһы менән дәрескә килеүҙәре асыҡлана. Санитария-гигиена талаптарын нисек үтәүҙәрен даими иғтибарҙа тотам. Мәктәбебеҙҙә һәр саҡ таҙалыҡ хөкөм һөрә, бүлмәләр яҡты, белем алыу өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Ҡыҙым Эльвина ла ошонда уҡый”,– ти Эльмира Ҡасимова.
Борайҙың уңған килендәренә эштәрендә уңыштар, үҙҙәренә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Һүрәттәрҙә:
Ашнаҡсылар Роза Адыева менән Эльвира Хәнәфиева.
Медицина кабинетының шәфҡәт туташы Эльмира Ҡасимова.