Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2023, 19:20

"Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашыуға 17 меңдән ашыу ғариза бирелгән

Конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, юғары булып ҡала.

"Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашыуға 17 меңдән ашыу ғариза бирелгән
"Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашыуға 17 меңдән ашыу ғариза бирелгән

“Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашыуға 17 меңдән ашыу кеше ғариза биргән.

“Рәсәй лидерҙары” кадрҙар конкурсының яңы миҙгелендә ҡатнашыуға беренсе көндә 17 меңдән ашыу ғариза алынған, тип хәбәр итә РИА Новости.

“Әлеге минутта... беҙҙә 17,5 мең ғариза бар, был яҡшы. Конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, юғары булып ҡала”, — тине “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров.

“Рәсәй - мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойошторған “Рәсәй лидерҙары” кадрҙар конкурсының бишенсе миҙгеле шишәмбе, 4 апрелдә, башланды.

Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко күҙәтеү советының ролен билдәләне.

"Бындай кадрҙар һайлап алыуҙа намыҫлылыҡ - төп урында. Әгәр ҡатнашыусыларҙың намыҫһыҙлығында шик тыуһа, уның мәғәнәһе юғала. “Рәсәй лидерҙарының төп принцибы – бер ниндәй яҡлашыу юҡ. Биш йыл эсендә барыһы ла быға күнеккән. Эштә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн күҙәтеү советына рәхмәт. Һәм күҙәтеү советы составына инергә риза булған яңы коллегаларыма рәхмәт белдерәм. «Рәсәй лидерҙары» еңеүселәре һәм финалсылары араһында ҙур вазифа биләүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра: дүрт губернатор, һигеҙ мэр, шул иҫәптән миллионлы ҡалалар, федераль министрҙар урынбаҫарҙары, төбәк министрҙары, дәүләт һәм шәхси компанияларҙың юғары кимәлдәге етәкселәре», - тип билдәләне Кириенко.

Сығанаҡ: m.gazeta.ru/social/news/2023/04/05/20141671.shtml

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: