Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2023, 16:20

Өфө хосписына хәйриә өмәләренә саҡыралар

Теләге булған һәр кем ярҙам итә ала.

Өфө хосписына хәйриә өмәләренә саҡыралар
Өфө хосписына хәйриә өмәләренә саҡыралар

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дауалап булмаҫлыҡ сирле балалар һәм өлкәндәр өсөн Өфө хосписындағы хәйриә өмәләрендә ҡатнашырға мөмкин. Саралар быйыл йәй Даян Мурзин урамы, 8 адресы буйынса асыласаҡ учреждение биләмәһендә үтә.

Бөгөн һәм иртәгә учреждениела йыһаз йыйыуҙа ярҙам кәрәк, ә алдағы ял көндәрендә, 8 һәм 9 апрелдә, бында палаталарҙы һәм биналарҙы генераль йыйыштырыу, шулай уҡ тәҙрәләрҙе йыуыу ойоштороласаҡ. Профессиональ клининг компаниялары яғынан да ярҙам тәҡдим итеү хуплана.

Көндәрҙең береһенә гугл-форма аша һылтанма буйынса яҙылырға, исем-шәрифеңде, бәйләнеш координаттарыңды һәм уңайлы ваҡытты атарға ғына кәрәк.

Бөтә һорауҙар буйынса хоспистан ойоштороусылар Оксана Пономареваға (8-927-346-64-79) һәм Анастасия Васютинаға (8-927-316-30-88) мөрәжәғәт итергә була.

Өфө хосписы тәүге пациенттарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән 2023 йылдың июнь аҙағында ҡабул итә. Учреждениены бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә төҙөйҙәр.

Фото: ufahospice.ru

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас