

“Алға” транспорт картаһын файҙаланыу бик уңайлы. Һуңғы ваҡытта уға ҡағылышлы үҙгәрештәр бар, тиҙәр...
А. ӘЙҮПОВА”.
– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 15 октябрендәге 469-сы “Ойошмаларға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә пассажирҙарҙы дәүләт көйләгән хаҡтар (тарифтар) һәм ташламалы юл билеттары буйынса йөрөтөүҙән алынып етмәгән килемдәрҙе ҡайтарыуға субсидиялар биреү тураһында” (2023 йылдың 22 февраленән редакция) Башҡортостандың барлыҡ социаль карталарында һәм “Алға, Башҡортостан” карталарында берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса сикләү индерелә.
2023 йылдың 1 апреленән Берҙәм социаль юл йөрөү билеты буйынса йөрөү һаны түләнгән календарь айы буйынса 90-ды үтә алмай. Был Берҙәм социаль юл йөрөү билетын файҙаланыусыларға ғына ҡағыла. Унда карта хужаһының фотоһы бар.
Календарь айҙа 90 йөрөү “Алға” берҙәм транспорт, Уҡыусы, Мәктәп хеҙмәткәре (браслет, карта, брелок формаһында), Корпоратив транспорт, “Алға” виртуаль карталарына, шулай уҡ Башҡортостандың социаль һәм “Алға, Башҡортостан!” карталарындағы “Алға” берҙәм транспорт картаһы” транспорт ҡушымтаһына ҡағылмай.
Башҡортостандың социаль һәм “Алға, Башҡортостан!” карталарын файҙаланып, юл хаҡын бер нисә ысул менән түләргә мөмкин:
1) “Берҙәм социаль юл йөрөү билеты” транспорт ҡушымтаһы ярҙамында (социаль ярҙамға хоҡуғы булған граждандар пенсионерҙар файҙалана ала);
2) “Алға” берҙәм транспорт картаһы” транспорт ҡушымтаһы ярҙамында (әгәр тултырылһа, барлыҡ граждандар ҙа файҙалана ала);
3) картаның банк ҡушымтаһы ярҙамында.
Башҡортостан Республикаһы ҡарарына үҙгәрештәр Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми интернет-порталында бар (https://npa.bashkortostan.ru/38341).
Айһылыу НИЗАМОВА