“Һуңғы ваҡытта ҡаты сирләйем, башым дауахананан сыҡмай. Васыятнамә яҙыу тигән уй-ниәтем бар.
Ришат”.
Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1127-се статьяһының 1-се пунктында күрһәтелеүенсә, дауаханала, госпиталдә һәм башҡа медицина ойошмаһында булған граждандарҙың васыятнамәһен баш табип, уның медицина буйынса урынбаҫарҙары йәки дежур табиптар раҫлай ала. Документ нотариаль раҫланған васыятнамәгә тиңләштерелә. Был осраҡта мираҫҡа ҡалдырыусы документты раҫлаусы һәм бер шаһит алдында ҡул ҡуйырға тейеш. Өҫтәүенә был ике кеше лә имза ҡуя. Бынан тыш, дауаланыусының медицина ойошмаһына нотариус саҡыртыу хоҡуғы ла бар.