Йәмғиәт
7 Апрель 2023, 15:29

Ер участкаһы кемгә булыр?

snow-media.rusnow-media.ru
Фото:snow-media.ru

 “Законлы никах ваҡытында ирем, урындағы үҙидара органы актына ярашлы, рәсмиләштереп алған ер участкаһы уныҡы ғына тип һаналамы?..

 

Зәйтүнә”.

 

Был күсемһеҙ милек ир менән ҡатындың дөйөм милке тип иҫәпләнә, сөнки,  Рәсәй Ғаилә кодексының 36-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы, бүләк ителгән, мираҫҡа ҡалған, тағы башҡа бушлай, түләүһеҙ килешеүҙәргә ярашлы алынған милек кенә никахтағы кешенеке тип һанала. Дәүләт органдары акттары бындай килешеүҙәр рәтенә инмәй. Был ирегеҙ алған ер участкаһының уныҡы ғына түгеллеген, никах ваҡытында рәсмиләште­релгәнлеген аңлата.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас