Йәмғиәт
7 Апрель 2023, 15:27

Хаҡ тура килмәһә...

zazakupkami.ruzazakupkami.ru
Фото:zazakupkami.ru

“Чектағы сумма сауҙа кәштәһендәге тауарға ҡуйылған хаҡҡа тура килмәгән осраҡта нимә эшләргә?

 

З. НӘБИУЛЛИНА.

 

Иглин районы”

– Сауҙа кәштәһендәге тауарға ҡуйылған хаҡ, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 494-се статьяһына ярашлы, асыҡ оферта һанала. Шуға һатыусы был килешеү шарттарын үтәргә тейеш. Өҫтәүенә хаҡтарҙы дөрөҫ күрһәтмәү “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 10-сы статьяһын боҙоуға, тағы һатып алыусының дөрөҫ мәғлүмәткә хоҡуғын инҡар итеүгә  килтерә.

Әгәр тауар һатылған икән, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1102-се статьяһына ярашлы, хаҡ айырмаһын кире ҡайтарыуҙы һорарға кәрәк. Шулай уҡ һатып алыусы, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 12-се статьяһында яҙылыуынса, һатыу һәм һатып алыу тураһындағы килешеүҙән йәки  һатып алыуҙан баш тарта ала. Был осраҡта тауарҙы кире ҡайтарырға кәрәк.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас