

“Авариялы йорттағы фатирҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең кеүек яңы торлаҡҡа мохтаж булғандарға ҡағылышлы ниндәй яңылыҡтар бар?
З. МУСИН”.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә ике йыл эсендә аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә 10 миллиард һум бүлергә ҡушты. Улар авариялы торлаҡтан күсенергә мәжбүр булғандарға тәғәйенләнәсәк. Был хаҡтағы мәғлүмәт Кремль сайтында баҫылып сыҡҡан.
Документтан күренеүенсә, 2023-2024 йылдарҙа федераль бюджеттан аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн финанслауға йыл һайын 10 миллиард һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Улар ағастан төҙөләсәк.
Ошо хаҡтағы доклад дәүләт башлығына 1 июлгә тиклем тәҡдим ителергә тейеш.
Айһылыу НИЗАМОВА