

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Йәшел Башҡортостан” традицион экологик акцияһына әүҙем әҙерлек барыуы тураһында һөйләне.
Был акция 22 апрелдән 13 майға тиклем уҙғарыласаҡ. 22 апрелдән 22 майға саҡлы Башҡортостан дүртенсе тапҡыр “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушыласаҡ. Уның сиктәрендә республикала геройҙар – Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – иҫтәлегенә аллеялар барлыҡҡа киләсәк.
“Шишмә районындағы Торахан мавзолейы янында яңы майҙансыҡ булдырыласаҡ. Быйыл яҙ ҙур майҙандар буласаҡ. Бөтә республикала 15 миллоин ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыласаҡ. Уңыштар һеҙгә!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәренән.