Йәмғиәт
10 Апрель 2023, 11:30

Нимәне контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай?

Өфөлә иҫке шиналарҙы ҡайҙа ҡабул итәләр? 

Нимәне контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай?Нимәне контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай?
Нимәне контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай?

Эшкәртелгән шиналарҙы контейнерҙар майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай. Уларҙы дөрөҫ үтилләштереү тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында Башҡортостанға идара итеү үҙәгенән республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов һөйләне.

24 апрелгә тиклем Башҡортостанда “Шиналарҙы үтилләштереү” акцияһы үткәрелә. Иҫке шиналарҙы предприятиеларға алып барасаҡтар һәм уларҙан спорт майҙансыҡтары, спорт кәрәк-яраҡтары, аяҡ кейемдәре табаны өсөн резина “валсыҡ”тары эшләйҙәр, автомобилдәр өсөн “балаҫ”тар һәм яңы шиналар әҙерләйҙәр.

Өфөлә иҫке шиналарҙы ҡайҙа ҡабул итәләр?
- Дим районы, Үҙәк урам, 1/7;
- Калинин районы, Интернациональ урам, 133А;
- Киров районы, Коммунистик һәм Посад урамдары киҫелешендәге буш урын;
- Ленин районы, Солтанов һәм Красин, Ирәндек һәм Әхмәтов урамдары киҫелеше;
- Орджоникидзе районы, Баҡса урамы, 20, контроль пункт эргәһендәге буш урын;
- Октябрь районы, Менделеев урамы, 207, М. Рыльский һәм Яр буйы урамдары киҫелеше;
- Совет районы, Ленин һәм Вокзал урамдары киҫелеше.
Тулыраҡ: тура эфирҙа.

Фото: drive2.ru 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас