Быйыл Башҡортостанға яҙ иртә килде. Марттың һуңғы һәм апрелдең тәүге көндәре йылылыҡ буйынса рекорд ҡуйҙы. Был иһә умартасылар өсөн дә ҡулай булды, быйыл бал ҡорттарын ҡышлауҙан алдараҡ сығарҙылар.
Иглин районына эш сәфәре барышында Түбәнге Ләмәҙ ауылында булырға тура килде. Ҡояшлы яҙғы көнгә йәм өҫтәп бал ҡорттары ла геүләп оса башлаған мәл ине. Ғөмүмән, Түбәнге Ләмәҙ умартасылыҡ буйынса республикала дан тотҡан ауылдарҙың береһе булараҡ билдәле. Хакимиәт башлығы Раил Мирхәйҙәров әйтеүенсә, ауыл биләмәһенда 5167 баш умарта тоталар.
Фотохәбәрсе менән иң ҙур умарталыҡтарҙың береһенә инеп сыҡтыҡ. Беҙҙе умартасы Рәшит Аҙнабаев һәм уның 700 умарта күстәре ҡаршы алды.
Бында эш геүләп тора. Хужа үҙенең ике эшсеһе менән яҙғы эштәрҙе башлаған да. Егеттәр умарталарҙы таҙарта, ҡорттарҙы ҡарай, бер яҡ ситтә усаҡ яна.
– Быйыл, шөкөр, бал ҡорттары бик һәйбәт ҡышлаған. Бөтәһе лә тиерлек иҫән сыҡты. Бына ошо яландағы умарта баҙында ҡышлайҙар. Күңел көр, хәҙер алда яңы миҙгел көтә, шуға әҙерләнә башланыҡ, – тип ҡыуана умартасы.
Умарталыҡ ауылдан әллә ни алыҫ түгел. Бер нисә километр үтһәң, барып та етәһең. Тәбиғәттең матур урынында тигеҙ рәттәр булып умарталар теҙелгән, егәрле бал ҡорттары иһә оса ла башлаған.
Рәшит Аҙнабаев – районда билдәле кеше. Уңған умартасыны республикала ла һәйбәт беләләр. Уның башҡорт тоҡомло бал ҡорттары йыйған балының тәмен бер белеп алған кеше йыл һайын үҙенә төбәп килә һәм татлы ризыҡты алып китеп тора.
– Минең бал ҡорттары балды башлыса ағастан йыя. Яҙ көнө саған, талдан, шунан йүкә миҙгеле етә. Өйәңке балы була. Беҙҙең яҡта сәскә балы һирәк осрай, – ти умартасы.
Рәшит ағай әйтеүенсә, ул йәй дауамында умарталарын республика буйлап күсереп йөрөтә. Күрше урмандарға ла, сит райондарға ла алып сығып китә. Шул тиклем баш умартаны күсереп йөрөтөү еңел булмаһа ла, был эш ырамлы барһын өсөн кәрәк.
Рәшит Аҙнабаев – умартасылар тоҡомонан. Кәсеп уға ата-бабаларынан ҡалған. Был эш менән 1981 йылдан алып шөғөлләнә. Йәш сағында “Ләмәҙ” умартасылыҡ совхозында хеҙмәт һалған, аҙаҡ үҙенә эшләй башлаған.
– Беҙҙең нәҫелдә барыһы ла умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Атайым да, олатайым да, туғандарым да. Түләбәй олатайым заманында арҙаҡлы солоҡсо булған. Шуға күрә был кәсеп бәләкәй саҡтан таныш, бал ҡорттары араһында үҫкәнмен мин. Яратҡан кәсебемде һөнәргә әйләндереп, килем ала алыуыма ҡыуанам, – ти ул.
Әле һөнәрен үҙенең балаларына ҡалдырырға, өйрәтергә тырыша. Ҡатыны Сәлиә апай менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Өлкән улдары Ришат – фермер, йылҡы малы тота. Аталы-уллының 150 баш самаһы аты бар, улар менән башлыса өлкән ул шөғөлләнә. Ҡыҙы Гүзәлиә – баш ҡалала судья. Төпсөк улы Рәмил – атаһының төп ярҙамсыһы, ул да умарталыҡта эшләй. Сәлиә апай иһә – хужабикә. Элек ул ире янында умарталыҡта ярҙам итеп йөрөһә, хәҙер ауылда ҙур хужалыҡты алып бара: мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетә, теплицаларҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерә.
Күренеүенсә, ғаилә бөтә яҡлап та егәрле. “Ауылда йәшәйбеҙ, эш юҡ” тип ятыусы юҡ. Рәшит ағай үҙенең яратҡан кәсебен һөнәргә әйләндергән, балалары ла уның эшен дауам итергә әҙер. Уларға ысын күңелдән һоҡланып ҡайттыҡ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Иглин районы.