-1 °С
Болотло
Өфөлә 2014 йылғы малай юғалған. Һигеҙ йәшлек Ян Головин бөгөн, 12 апрелдә, өйөнән сыҡҡан да кире ҡайтмаған. Был хаҡта “БаРС” эҙләү отряды (“БашРегионСпас”) хәбәр итте.
Малайҙың билдәләре: буйы – 130 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һоро сәсле, һоро күҙле.
Аҡлы-зәңгәр куртка, ҡара кофта, шундай уҡ төҫтәге салбар, ҡараһыу кроссовка, шапка кейгән.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Телефон: 8937-3-102-112 йәки 112.
Фото: “БаРС” эҙләү отряды.