Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2023, 12:37

Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ Ғәләүиевкә хөкөм ҡарары сығарылды

Ике йыл элек май айында Ҡазан ҡалаһында ул ете баланың, ике уҡытыусының ғүмерен ҡыйҙы, тағы 139 кеше ауыр йәрәхәттәр алғайны... 

Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ Ғәләүиевкә хөкөм ҡарары сығарылды
Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ Ғәләүиевкә хөкөм ҡарары сығарылды

2021 йылдың 11 майында Ҡазан ҡалаһында 19 йәшлек Илназ Ғәләүиев элек уҡыған мәктәбенә килеп, мылтыҡтан атыш ойошторғайны. Бөгөн Татарстандың Юғары суды енәйәтсегә ҡарар сығарҙы. Уны ғүмерлеккә иркенән мәхрүм иттеләр, егет ҡалған көндәрен махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.

Һуңғы һүҙ алып, енәйәтсе барыһынан да ғәфү үтенгән һәм эшләп, әхлаҡи зыянды ҡаплаясағын белдергән. Был маҡсатта китап та яҙырға уйлағанын әйткән.

Фото: prokazan.ru 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас