Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2023, 16:00

Шамонин ауылы янында йыландар күбәйгән

Белгестәр әйтеүенсә, улар ҡышҡы йоҡоһон бергәләп, “компания менән” үткәрергә ярата. Ә был видеоларҙы беҙҙең гәзит журналисы төшөргән. 

Шамонин ауылы янында йыландар күбәйгән
Шамонин ауылы янында йыландар күбәйгән

Көндәр йылыныу менән йыландар ҙа тик ятмай, улар ҡояшлы урындарҙы эҙләй башлай. Белгестәр әйтеүенсә, улар ҡышҡы йоҡоһон бергәләп, “компания менән” үткәрергә ярата. Шуға яҙын да уларҙың күпләп йөрөүенә юлығабыҙ.

Туҙбаш йылан, ҡара йылан, баҡы (еҙ, тос) йылан… Башҡортостанда көн күргән был йыландар менән “осрашыу”ҙан һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Юғиһә ҡара йыландың ағыуы кеше өсөн бигерәк хәүефле. 

Ә был видеояҙмалар Өфө районының Шамонин ауылы янында төшөрөлдө. Күреүегеҙсә, бында улар күп кенә. Шуға күрә урман-ҡырға сыҡҡанда, айырыуса балалар менән бергә йөрөһәгеҙ, айырыуса һаҡ булығыҙ! 

Әгәр ҙә йылан тешләгән икән, медицина ойошмаһына тиҙ генә барыу тураһында хәстәрлек күрегеҙ. 

Фото: guns.allzip.org

Автор видеоһы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас