Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2023, 08:00

Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан

Беҙҙең конкурста Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Менәүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марат Яхин ҡатнаша. 

Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсын иғлан иткәйнек. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Ҡыңғыр-Менәүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марат Яхин да бар.

Марат Ринат улы Яхин Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Менәүез ауылында тыуып үҫкән. Ике тапҡыр Өфөгә йәшәргә киткән, әммә тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан. 2019 йылдан ул Ҡыңғыр-Менәүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй.   

Йәш етәксе тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ошо ҡыҫҡа ваҡытта дүрт шишмәне төҙөкләндергәндәр, тағы ла икәүһен тәртипкә килтерергә йыйыналар. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәлдәрҙе яңыртыу эше алып барыла. Ҡыҙыл Армия һалдаттарының һәйкәлен яңыртҡандар. Ауыл урамдарына асфальт һәм ҡырсынташ түшәлгән. Йәйәүлеләр күперен ремонтлағандар, шулай уҡ күперҙерҙе буяп сыҡҡандар. Һабантуй яланына электр утын һуҙғандар. Үрҙә әйтеп үтелгән барлыҡ эштәрҙе бағыусыларҙың матди ярҙамы иҫәбенә атҡарғандар.

Шулай уҡ ауылда һабантуй байрамын да тергеҙгәндәр, “Алла бирһә быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрәсәкбеҙ”, – ти Марат Ринат улы.

Йәш етәксе белдереүенсә, ауыл урамдарын яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртҡандан һуң, электр утына түләүҙәр кәмегән: 2019 йылда йылына 270 мең һум түләһәләр, 2022 йылда – 70 мең һум.  

Ҡыңғыр-Менәүез ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйған һәм “УАЗ” автомобиле һатып алған. Марат Ринат үҙе уны үҙе алып барып тапшырған.

Йәш етәксегә киләсәктә лә ауылдаштары менән ошолай дәртләнеп эшләүен, яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Фото: vk.com

Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Тыуған ере уны кире үҙенә тартҡан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас