Йәмғиәт
15 Апрель 2023, 10:00

"Әсәйемдең ебәргеһе килмәй микән?.."

Ҡайғылы хәбәр алғас, ашығып юлға сыҡтыҡ...  

"Әсәйемдең ебәргеһе килмәй микән?..""Әсәйемдең ебәргеһе килмәй микән?.."
"Әсәйемдең ебәргеһе килмәй микән?.."

Был видеояҙманы төшөрөүсе беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне.

“Тыуған Байғужама был юлы шатланып түгел, ә ҡайғылы хәбәрҙән аяғыма баҫалмаҫлыҡ булып, шаңҡып ҡайтып төштөм.  Кисә генә һин дә мин һөйләшеп ултырған ҡәҙерле әсәйемде һуңғы юлға оҙатырға тип...  Унан алда ла ауырыштыра ине инде, тик икенсе көнөнә “бөгөн үҙемде шаҡтай тоям әле”, тип шатланып хәбәр һөйләп, һәр балаһына, ейән-ейәнсәрҙәренә бәхет теләп ултырҙы... Һәм бына таңға ул юҡ...

Әсәйемдең үҙенә теләгән теләге ҡабул булып, ураҙа айында, ер ҡарҙан әрселгәс, кешегә бәлә һалмай ғына, тауыш-тынһыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡәбер ҡаҙған кешеләр, ерҙең йомшаҡ булыуын, ҡомло урынға тап килеүен һөйләне... Олоғайғас та, бәлә һалмай йәшәне, шулай китеп тә барҙы ҡәҙерлебеҙ...

Беҙ Өфөнән ауылға ҡайтҡан көндә йәшел үләндәр ҙә күренә ине. Әсәйебеҙҙең өсөн уҡыттыҡ. Эс бошоуына сыҙай алмай, сығып баҡса тирәһендә, ишек алдында ер тырматтыҡ, таҙарттыҡ. Етеһен үткәргәс, юлға сығырбыҙ тип һөйләштек.

Тик иртән тороуға буранлап, ҡалын итеп ҡар һалып ҡуйған. Бындай хәлде үҙ ғүмеремдә тәүгә күрәм. Ҡапҡаларҙы һырып, юлды ҡаплап, ҡарҙы өйөп һалған буран. Машина йырып үтерлек тә түгел. Ҡар тубыҡтан юғары, ҡайһы бер тирәлә билдән булыр. Ә беҙ йәйге тәгәрмәстә. Шулай итеп әсәйем беҙҙе ебәргеһе килмәй, тыуған йортта оҙағыраҡ булһындар ти микән? Быныһын аптырағандан ғына әйтеүем”.

Видео: Зөлфирә Заһитова.

 

  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас